І Батшалар 15:22 - Изге Яҙма22 – Раббының күңеленә нимә нығыраҡ оҡшай: уның ҡушҡандарын тыңлаумы, әллә һәр төрлө ҡорбандар, тотош яндырыу ҡорбандарымы? Тыңлаусанлыҡ – ҡорбандан, күндәмлек һарыҡ тәкәһенең эс майынан яҡшыраҡ. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ бөтнөктөң, укроптың һәм аҡ әнистең ундан бер өлөшөн ғөшөр саҙаҡаһы итеп бирәһегеҙ, ә ҡанундағы иң мөһим талаптарҙы – ғәҙеллекте, шәфҡәтте һәм Аллаға тоғролоҡто – инҡар итәһегеҙ. Бына шуныһын эшләргә, шунан башҡаһын да онотмаҫҡа кәрәк ине.