20 – Мин Раббының әйткәндәрен тыңланым, – тип яуапланы Шаул. – Ҡайҙа ебәргән, шунда барҙым. Ғәмәлек батшаһы Агагты бында алып килдем, башҡа ғәмәлектәрҙе харам ҡылдым.
„Пакмын, гонаһ юҡ миндә; Сафмын, ғәйепһеҙмен.
Әйүп әйтте: „Мин – ғәйепһеҙ, Алла иһә мине хаҡ хөкөмдән мәхрүм итте.
«Шул дөрөҫ тип уйлайһыңмы: „Алла түгел, ә мин хаҡмын“, – тиһең?
Барыһын да бергә тупраҡҡа күм, Ер аҫтында йөҙҙәрен ҡапла.
– Мин быларҙың бөтәһен дә үтәп килдем. Миңә тағы нимә етмәй? – тип һораны егет.
Ҡанун белгесе, үҙен аҡларға теләп, артабан: – Ә минең яҡыным кем? – тип һораны.
Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек тә булмағаным өсөн рәхмәтлемен.
Алланың кешеләрҙе ҡайһылай аҡлағанын аңлап етмәйенсә, үҙҙәрен үҙҙәре аҡларға ынтылып, Алланың аҡлау юлына буйһонманылар.
Шемуил шунда юлланды. Шаул уны: – Раббы һине мөбәрәк ҡылһын. Мин Уның әмерен үтәнем, – тип ҡаршыланы.
Хәҙер бар ҙа ғәмәлектәрҙе ҡыйрат. Нимәләре бар, шуларҙың бөтәһен дә харам ҡыл. Ҡыҙғанма уларҙы: ирҙәрен һәм ҡатындарын, үҫмерҙәрен һәм имсәк балаларын, эре һәм ваҡ малын, дөйәһен һәм ишәген – һәммәһен дә үлтер», – тип бойора.
Агагты, ғәмәлектәрҙең батшаһын, тереләй эләктерҙеләр, ә бөтә халҡын, харам ҡылып, ҡылыстан үткәрҙеләр.
Сөнки һин Раббының бойороғон үтәмәнең, Уның ғәмәлектәргә булған сикһеҙ ҙур асыуын тормошҡа ашырманың. Шуға күрә лә Раббы бөгөн һине ошо хәлгә ҡалдырҙы.