19 Ни өсөн Раббының бойороғон тыңламаның, яумалдарҙы алып ҡалып, Раббы күҙендә яман булған эш ҡылдың?
Ни өсөн һин, Раббының һүҙен һанға һуҡмайынса, Уның алдында яуызлыҡ ҡылдың? Хитти Урияһтың ҡатынын алыр өсөн уны ҡылыстан үлтерттең. Ғаммондар ҡылысынан үлтерттең һин уны.
Менашше Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларын ҡабатлап, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла.
Ул Бен-Һинном үҙәнендә улдарын утҡа һалып ҡорбан итә, күрәҙәлек, сихыр һәм тылсым менән шөғөлләнә, әруахтарҙың рухын саҡырыусылар, тылсымсылар менән аралаша. Раббыға ҡаршы бик күп золом ҡылып, Уны асыуландыра.
һәм үҙенең Аллаһы Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла. Ул Раббы һүҙен еткереүсе Йермеяһ пәйғәмбәр алдында ла баш эймәй.
Ҡомһоҙ бәндә йортона бәлә тартыр, ришүәткә юл ҡуймаған кеше – имен йәшәр.
Минең исемемә бағышланған ошо йорт һеҙҙеңсә ҡараҡтар ояһына әйләндеме ни? Мин бит быларҙың барыһын да күрә йөрөйөм, – тип белдерә Раббы. –
Муса уларға: – Ниңә Раббы бойороғона ҡаршы сығаһығыҙ? Барыбер уңышҡа ирешә алмаясаҡһығыҙ.
сөнки Демас, был донъяны өҫтөн күреп, мине ташлап, Тессалоникеға юлланды, Крескес – Галатияға, Титус Далматиәгә китте,
Шуға күрә халыҡ табышҡа ташланды. Ваҡ малмы ул, үгеҙме, быҙаумы – тотоп алалар ҙа ергә һалып боғаҙлайҙар һәм ҡанлы килеш ашайҙар.
– Мин Раббының әйткәндәрен тыңланым, – тип яуапланы Шаул. – Ҡайҙа ебәргән, шунда барҙым. Ғәмәлек батшаһы Агагты бында алып килдем, башҡа ғәмәлектәрҙе харам ҡылдым.