18 Раббы һиңә әмер бирҙе. «Бар, залим ғәмәлектәрҙе харам ҡыл. Бөтәһен дә ҡырып бөтөргәнгә тиклем улар менән һуғыш», – тип һине яуға оҙатты.
Содом кешеләре боҙоҡ күңелле, Раббы алдында бик гонаһлы ине.
Унан боролоп, улар Ғейн-Мишпатҡа, йәғни Ҡадешҡа килделәр, ғәмәлектәрҙең бөтә ерҙәрен баҫып алдылар һәм Хасасон-Тамарҙа йәшәгән әмөриҙәрҙе ҡыйраттылар.
Нәҫел-ырыуыңдың тик дүртенсе быуыны ғына бында ҡайтыр, сөнки әмөриҙәрҙең гонаһы саманан ашмаған әле.
Һәләкәт залимдар өсөн, Бәлә хаҡһыҙлыҡ ҡылғандар өсөн түгелме ни?
Камил кешегә Раббының юлы – һыйыныр урын, яуызлыҡ ҡылыусылар өсөн – һәләкәт.
Гонаһлыны – бәлә-ҡаза, тәҡүәне яҡшылыҡ оҙата йөрөй.
Ҡылған гонаһтары өсөн үлтерелгән был бәндәләрҙең төтәҫләгестәре табаҡ-табаҡ итеп сүкелеп, ҡорбан усағын көпләүгә тотонолһон. Был төтәҫләгестәр Раббы ҡаршыһына килтерелгәнлектән, изгеләнде. Исраил халҡына иҫкәртеү билдәһе булып торһон улар.
Беҙ – тыумышыбыҙ менән йәһүд, ә гонаһлы мәжүсиҙәр түгел.
Хәҙер бар ҙа ғәмәлектәрҙе ҡыйрат. Нимәләре бар, шуларҙың бөтәһен дә харам ҡыл. Ҡыҙғанма уларҙы: ирҙәрен һәм ҡатындарын, үҫмерҙәрен һәм имсәк балаларын, эре һәм ваҡ малын, дөйәһен һәм ишәген – һәммәһен дә үлтер», – тип бойора.