17 Шемуил былай тип бәйән итте: – Үҙеңде түбән тип һанаған хәлдә лә Исраил ырыуҙарына башлыҡ булманыңмы? Раббы һине мәсехләп, Исраилға батша итеп ҡуйманымы ни?
Әфраим һөйләгән саҡта, барыһы ла тетрәп торҙо, Исраилда ул юғары дәрәжәлә ине, Әммә Бәғелгә табынып ғәйепкә батты һәм харап булды.
– Шулай итеп, кем ошо бала кеүек үҙен түбәнселек менән тота, шул Күктәр Батшалығында иң бөйөгө булыр.
– Эй бөйөк Хакимым! Исраилды мин нисек ҡотҡарайым? – тип ҡаршы төштө Гидғон. – Нәҫелем дә менашшелар ырыуында иң ярлыһы, үҙем дә атам йортонда иң кесеһемен.
Шемуил, май һауытын алып, Шаулдың башына зәйтүн майы ҡойҙо. Шунан Шаулды үбеп, былай тине: – Раббы һине Үҙенең биләмәһе булған Исраилға хаким итеп мәсехләй.
Раббынан: – Ул бында килдеме һуң? – тип һоранылар. – Ана ул ылауҙар араһында йәшенеп ята, – тине Раббы.
– Туҡтап тор, – тине Шемуил Шаулға. – Үткән төндә Раббының миңә нимәләр әйткәнен һөйләйем һиңә. – Һөйлә, – тине Шаул.
Шаул уға: – Мин Исраилдың иң бәләкәй ырыуы Бинйәминдән түгелме ни? – тип яуап ҡайтарҙы. – Нәҫелем дә Бинйәмин ырыуындағы нәҫелдәр араһында иң бәләкәйе. Ни өсөн миңә улай тип әйтәһең?