11 – Шаулды батша итеп ҡуйғаныма үкенәм. Сөнки ул Минән ситкә боролдо, бойороғомдо еренә еткереп үтәмәне. Шемуил борсоуға ҡалды һәм төнө буйы Раббыға ялбарып доға ҡылды.
Раббы ерҙә кешене яратыуына үкенде һәм йөрәге әрнене.
Раббы: – Үҙем бар ҡылған кешеләрҙе, шулай уҡ мал-тыуар, кейек-януарҙар һәм бөтә ҡош-ҡортто ер йөҙөнән юҡ итәм, сөнки уларҙы яратҡаныма үкенәм, – тине.
Фәрештә Йәрүсәлимде юҡ итер өсөн ҡулын күтәргәйне, әммә Раббы кире уйлап бәләгә сик ҡуйҙы. Ул халыҡты ҡырған фәрештәгә: – Етер, ҡулыңды төшөр! – тине. Раббы фәрештәһе был ваҡытта йевуси халҡынан булған Арауна тигән кешенең ырҙыны янында тора ине.
Исраил Аллаһы Раббының уға ике тапҡыр күренеп: «Башҡа илаһтарға табынма!» – тип киҫәтеүенә ҡарамаҫтан, Сөләймән Раббы юлынан тайпылды, Уның бойороғона әһәмиәт бирмәне. Шул арҡала Раббы Сөләймәнгә асыуланды.
Раббыға тоғролоғон боҙғаны, Раббы әйткәнде тыңламағаны, Раббыға ялбарыр урынға әруахтарҙың рухын саҡырыусыға мөрәжәғәт иткәне өсөн, Шаулдың ғүмере бына шулай ҡыйыла. Раббы уны юҡ итә һәм батшалыҡты Ишай улы Дауытҡа тапшыра.
Алла, Йәрүсәлимде юҡ итер өсөн, Үҙенең фәрештәһен ебәрә. Әммә фәрештә ҡаланы ҡыра башлағас, Раббы кире уйлай, яза бирмәҫкә була. Халыҡты ҡырған фәрештәгә: – Етер, ҡулыңды төшөр! – ти. Был ваҡытта Раббы фәрештәһе йевуси халҡынан булған Орнан тигән кешенең ырҙыны янында торған була.
Сөнки Уның юлынан тайпылдылар, Уның һуҡмаҡтарын уйламанылар.
Раббы ант итте һәм ҡарарынан ҡайтмаҫ: «Һин Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге Мәңгелек ҡаһинһың!» – тине.
Раббы онотолмаҫ мөғжизәләр ҡылды, Ул мәрхәмәтле, рәхимле.
Күҙ йәше менән орлоҡ сәскәндәр Шатланышып уңыш урыр;
Һин Раббыға инан, яҡшылыҡ ҡыл; Ошо ерҙә төйәкләнеп, тоғролоҡта ғүмер кисер.
Ләкин Муса Аллаһы Раббыға ялбара башланы. – Раббым! – тине ул. – Ниңә Һинең Үҙеңдең ҡөҙрәтең – көслө ҡулың менән Мысырҙан алып сыҡҡан халҡыңа ҡарата асыуың ялҡынлана?
Шунан Раббы шәфҡәтен күрһәтте, Үҙ халҡына бәлә килтереү ниәтенән кире ҡайтты.
Улар әйткәндәремде тыңлауҙан баш тартҡан ата-бабаларының гонаһтарын ҡабатлай, бүтән илаһтар артынан эйәрәләр, уларға хеҙмәт итәләр. Исраил һәм Йәһүҙә нәҫелдәре ата-бабалары менән төҙөгән килешеүемде боҙҙо.
Әгәр әйткәнемә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Күңелемдең иң-иң төпкөлөндә Тәкәбберлегегеҙ өсөн илармын, Күҙемдән әсе йәш йылға булып ағыр, Сөнки Раббының көтөүе Әсирлеккә алып кителә.
Ләкин һуңынан кире уйланығыҙ һәм Минең исемемде хурлыҡҡа ҡалдырҙығыҙ. Күңелдәре ҡайҙа теләй, шунда ебәреп азат иткән ир һәм ҡатын ҡолдарығыҙҙы кире алып, үҙегеҙгә ҡабаттан ҡол булырға мәжбүр иттегеҙ.
Әгәр ҙә башым – инеш, Күҙҙәрем йәш шишмәһе булһа, Бисара халҡымдың үлтерелгәндәре өсөн Көнө-төнө илар инем!
«Тиҙерәк килеп, беҙҙең өсөн һыҡтаһындар, Күҙҙәребеҙ йәш түкһен, Керпегебеҙҙән һыуҙар ағылһын», – ти халыҡ.
Тоғро кеше, хаҡлыҡтан тайпылып, яманлыҡ эшләһә, яуыз кеше ҡылған бөтә ерәнгес эштәрҙе ҡылһа, йәшәйәсәкме? Эшләгән яҡшылыҡтарының береһе лә иҫәпкә алынмаҫ. Ул хыянат ҡылған өсөн, эшләгән гонаһтары өсөн үлер.
Шунан Раббы кире уйланы: – Был хәл булмаясаҡ, – тине.
Алла уларҙың яуызлыҡ ҡылыуҙан туҡтағандарын, яман юлдан тайпылғандарын күрҙе. Шуға күрә Алла уларҙы йәлләне һәм әүәл уларға ебәрергә янаған бәләне күндермәне.
Ул Раббыға былай тип доға ҡылды: – Эй Раббым! Мин үҙ илемдә саҡта уҡ, шулай булыр, тип әйтмәгәйнемме ни? Шул арҡала мин Таршишҡа ҡасҡайным. Мин Һинең мәрхәмәтле һәм рәхимле, сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтле Алла булыуыңды, язалауҙан шатланып баш тартыуыңды белә инем бит.
Раббыға эйәреүҙән баш тартҡан, Уны эҙләмәгән, Уға ынтылмағандарҙы юҡ итәм».
Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.
Ә Мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе эҙәрләгән кешеләр өсөн доға ҡылығыҙ.
Шул көндәрҙә Ғайса доға ҡылырға тип тауға артылды һәм төнө буйы Аллаға доға ҡылып сыҡты.
Минең тәҡүә кешем үҙенең иманы арҡаһында йәшәр. Әгәр сигенә ҡалһа, уны күңелем ҡабул итмәйәсәк».
– Бөтә Раббы йәмғиәте былай ти: «Ниңә һеҙ Исраил Аллаһына хыянат иттегеҙ? Ниңә Раббығыҙҙан баш тартаһығыҙ? Бөгөн Үҙегеҙгә ҡорбан усағы төҙөп, Раббыға ҡаршы фетнә күтәрәһегеҙ?
Миңә килгәндә инде, һеҙҙең өсөн Раббыға доға ҡылыуҙан ваз кисеп, Уға ҡаршы гонаһ эшләү ҡайҙа! Һеҙҙе артабан да яҡшы һәм хаҡ юлға өгөтләйәсәкмен.
– Аҡылһыҙҙарса эш иткәнһең, – тине Шемуил. – Аллаң Раббының бойороғон тотманың. Әгәр Алланың ҡушҡанын тыңлаған булһаң, нәҫелең Исраилда мәңге батшалыҡ итер ине.
Шемуилға Раббы һүҙе булды. Ул былай тине:
Хәҙер бар ҙа ғәмәлектәрҙе ҡыйрат. Нимәләре бар, шуларҙың бөтәһен дә харам ҡыл. Ҡыҙғанма уларҙы: ирҙәрен һәм ҡатындарын, үҫмерҙәрен һәм имсәк балаларын, эре һәм ваҡ малын, дөйәһен һәм ишәген – һәммәһен дә үлтер», – тип бойора.
Шемуил Шаул менән үҙенең аҡтыҡ көнөнә тиклем башҡа бер ҡасан да осрашманы, әммә уның өсөн бик көйөндө. Раббы иһә Шаулды Исраилға батша итеп ҡуйғанына үкенде.
Әммә Шаул менән кешеләре Агагты, шулай уҡ иң яҡшы эре һәм ваҡ малды, иң һимеҙ башмаҡ һәм бәрәстәрҙе – бөтә ҡиммәтле нәмәләрҙе ҡыҙғандылар, уларҙы харам ҡылманылар, бары тик файҙаһыҙ, кәрәге булмаған әйберҙәрҙе генә юҡ иттеләр.
Раббы Шемуилға: – Һин ҡасанға тиклем Шаул өсөн көймәксеһең? Мин унан баш тарттым – ул Исраилға башҡаса батша булмаясаҡ. Мөгөҙгә зәйтүн майы тултыр ҙа юлға сыҡ. Мин һине Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишай тигән кешегә ебәрәм: уның улдарының береһен батша итеп күҙләнем, – тине.
Уларҙың: «Беҙгә батша ҡуй, беҙгә ул идара итһен», – тиеүҙәре Шемуилға оҡшаманы. Ул Раббыға доға ҡылды.