7 – Нисек теләйһең, шулай эшлә. Ҡайҙа кәрәк, шунда бар. Мин һинән ҡалмайым, – тине ҡорал йөрөтөүсеһе.
– Хакимыбыҙ батша нисек ҡарар итһә, шуны эшләрбеҙ, беҙ – һинең ҡолдарың, – тип яуап ҡайтарҙы батшаның хеҙмәтселәре.
– Бар, әйҙә, ниәт иткәнеңде эшлә, Раббы һинең менән, – тине Наҫан батшаға.
Маҡтау йырлағыҙ Аллаға, йырлағыҙ; Батшабыҙға маҡтау йырлағыҙ!
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ул көндәрҙә һәр тел һәм милләттә ун кеше бер йәһүҙиҙең итәгенә йәбешеп: „Һеҙҙең менән барайыҡсы, сөнки Алланың һеҙҙең менән булғанын ишеттек“, – тип әйтер».
Авимәләх тиҙ генә үҙенең ҡорал йөрөтөүсеһен саҡырып алды ла: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер! Минең хаҡта: «Уны ҡатын кеше үлтерҙе», – тип әйтмәһендәр, – тине. Ҡорал йөрөтөүсе егет уға ҡылысы менән сәнсте, һәм Авимәләх йән бирҙе.
Ошо билдәләр бойомға ашҡас, нимә теләйһең, шуны эшлә, сөнки Алла һинең менән.
Йонаҫан ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Әйҙә, был сөннәтһеҙҙәрҙең ғәскәре торған яҡҡа сығайыҡ, – тине. – Бәлки, Раббы беҙҙең өсөн берәй ғәмәл ҡылыр. Ҡотҡарам тиһә, Раббыға һинең күплегең дә, аҙлығың да ҡамасау түгел.
– Хәҙер беҙ ул әҙәмдәр яғына сығырбыҙ ҙа уларға күренербеҙ, – тине Йонаҫан. –