5 Ҡаяларҙың береһе төньяҡҡа, Михмас яғына, икенсеһе көньяҡҡа, Гивғаға, ҡарағайны.
Тағы туғыҙ улы: Ивхар, Әлишамағ, Әлифәләт,
Ғайаҫ ҡалаһына еттеләр, Мигронды уҙҙылар, Михмаста йөктәрен бушаттылар;
Тарлауыҡты үттеләр, «Гевағта ҡунайыҡ», – тинеләр. Рама ҡалаһы ҡурҡыуҙан ҡалтыраны, Шаул Гивғаһында йәшәгәндәр ҡасып китте.
Ләкин Шемуил: – Нимә эшләнең һин? – тине. – Ҡарайым, халыҡ янымдан таралыша башланы, – тип яуап ҡайтарҙы Шаул. – Һин дә әйткән көндәреңдә килмәнең. Өҫтәүенә пелештиҙәр Михмаста тупланған.
Шаул Исраилдың өс мең кешеһен һайлап алды. Уларҙың ике меңе Шаул менән Михмаста, Бейт-Илдең тауында, меңе Йонаҫан менән Бинйәмин Гивғаһында урынлашты. Ҡалған халыҡты ул өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе.
Ул арала пелешти ғәскәренең алдынғы төркөмө Михмас үткәүеленә сыҡты.
Йонаҫан пелештиҙәрҙең Гивғалағы һаҡсы ғәскәрен ҡыйратты. Был хаҡта пелештиҙәргә лә мәғлүм булды. Ә Шаул бөтә илдә мөгөҙ ҡысҡыртырға ҡушты. – Ғивриҙәр ишетһен! – тине.
Был көндө исраилдар пелештиҙәрҙе Михмастан алып Айялонға ҡәҙәр ҡырҙы һәм һуғышсылар тамам хәлдән тайҙы.
Йонаҫан пелешти ғәскәре яғына сығырға йыйынған үткәүелдең ике яғында текә ҡая бар ине. Береһенең атамаһы – Босес, икенсеһенеке – Сенне.
Йонаҫан ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Әйҙә, был сөннәтһеҙҙәрҙең ғәскәре торған яҡҡа сығайыҡ, – тине. – Бәлки, Раббы беҙҙең өсөн берәй ғәмәл ҡылыр. Ҡотҡарам тиһә, Раббыға һинең күплегең дә, аҙлығың да ҡамасау түгел.