48 Ҡаһармандарса һуғышып, ғәмәлектәрҙе тар-мар итте һәм Исраилды талаусыларҙан ҡотҡарҙы.
Дошман яраһынан ҡан ағыҙмайынса, Хас дошмандың эсен ярмайынса, Әйләнеп тә ҡайтмай ине Йонаҫан уғы, Ҡынына ҡайтмай ине Шаул ҡылысы.
Раббы Мусаға: – Быны, иҫтәлек итеп, китапҡа яҙып ҡуй, – тине. – Йушағтың ҡолағына төшөр: Мин ғәмәлектәрҙе ер йөҙөнән юҡ итәм – уларҙың исеме лә ҡалмаҫ!
Ғәмәлектәр, Рефидимға килеп, Исраил халҡына һөжүм итте.
Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерҙәргә килеп, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе тирә-яғығыҙҙағы бөтә дошмандарығыҙҙан ҡотҡарып именлек биргәс, ер йөҙөндә ғәмәлектәр хаҡында хатта иҫтәлек тә ҡалдырма. Онотма быны!
Раббы, исраилдарҙы баҫҡынсыларҙан ҡотҡарыр өсөн, уларға хакимдар ҡуя башланы.