42 – Инде улым Йонаҫан менән минең арала йәрәбә һалығыҙ, – тине Шаул. Йәрәбә Йонаҫанға төштө.
Күпме генә йәрәбә һалһаң да, бөтә ҡарар – Раббынан.
Көслө дәғүәселәр араһында бәхәсте йәрәбә хәл итә.
Диңгеҙселәр бер-береһенә: – Әйҙәгеҙ, беҙгә кем арҡаһында бәлә килгәнен белер өсөн, йәрәбә һалайыҡ, – тиеште. Йәрәбә һалғайнылар, ул Юнысҡа төштө.
Уның ғаиләһенән ир-егеттәргә килергә ҡушты – Йәһүҙә ырыуынан булған Зерах улы Завдиҙан тыуған Карми улы Ғаханға күрһәтелде.
Шаул Раббыға: – Исраил Аллаһы, дөрөҫлөктө белдер! – тип мөрәжәғәт итте. Йәрәбә һалынды һәм Йонаҫан менән Шаулға төштө, ә башҡа кешеләрҙең барыһы ла аҡланды.
Шаул Йонаҫандан: – Әйт, нимә эшләнең? – тип һораны. – Ҡулымдағы таяғымдың осо менән аҙыраҡ бал алып ҡапҡайным, – тип яуапланы Йонаҫан. – Бына хәҙер үлергә тейешмен инде.