40 Шунан Шаул бөтә исраилдарға: – Һеҙ бер яҡҡа, улым Йонаҫан менән мин икенсе яҡҡа баҫабыҙ, – тине. Халыҡ уға: – Нисек хуп күрәһең, шулай эшлә, – тип яуап бирҙе.
– Хакимыбыҙ батша нисек ҡарар итһә, шуны эшләрбеҙ, беҙ – һинең ҡолдарың, – тип яуап ҡайтарҙы батшаның хеҙмәтселәре.
– Нисек ҡулай күрәһең, шулай эшлә, – тине уға ире Әлҡана. – Имсәк ташлатҡанға тиклем ҡал. Раббы әйткәнеңде ғәмәл ҡылһын. Ҡатын өйҙә ҡалды һәм улын күкрәгенән айырғанға тиклем имеҙҙе.
Шунан Шаул: – Әйҙәгеҙ, бөгөн төндә пелештиҙәр артынан төшәйек, – тине. – Таң атҡансы уларҙы талайыҡ, бер кешеләрен дә ҡалдырмайыҡ. – Үҙең нисек ҡулай күрәһең, шулай эшлә, – тине халыҡ. Әммә ҡаһин: – Алланан кәңәш һорайыҡ, – тине.
Исраилды ҡотҡарған тере Раббы шаһит: ғәйеп улым Йонаҫанда булған хәлдә лә, ул да үлтереләсәк, – тине. Әммә халыҡ араһынан уға яуап биреүсе булманы.
Шаул Раббыға: – Исраил Аллаһы, дөрөҫлөктө белдер! – тип мөрәжәғәт итте. Йәрәбә һалынды һәм Йонаҫан менән Шаулға төштө, ә башҡа кешеләрҙең барыһы ла аҡланды.
– Нисек теләйһең, шулай эшлә. Ҡайҙа кәрәк, шунда бар. Мин һинән ҡалмайым, – тине ҡорал йөрөтөүсеһе.