Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 14:39 - Изге Яҙма

39 Исраилды ҡотҡарған тере Раббы шаһит: ғәйеп улым Йонаҫанда булған хәлдә лә, ул да үлтереләсәк, – тине. Әммә халыҡ араһынан уға яуап биреүсе булманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 14:39
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был байға асыуы тоҡанған Дауыт Наҫанға: – Тере Раббы шаһит! Бындай эш ҡылған кеше үлемгә лайыҡ!


Шунан һуң батша Йоавҡа: – Ярай, һин теләгәнсә эшләйем, бар, ул егетте – Авшаломды – алып ҡайт, – тине.


Бөтәһенең дә аҙағы бер: тәҡүәне лә, залимды ла, игелеклене лә, яуызды ла, пакты ла, нәжесте лә, ҡорбан килтергәнде лә, ҡорбан килтермәгәнде лә бер тәҡдир көтә. Гонаһлыларға нимә булһа, яҡшыларға ла шулай була; ант итеүсегә лә, ант итеүҙән ҡурҡҡанға ла – бер яҙмыш.


Ул көндө исраилдар ныҡ талсыҡҡайны. Сөнки Шаул халыҡҡа: – Кем дә кем кискә тиклем, мин дошмандарымдан үс алғанға саҡлы, берәй нәмә ашай, шуға ҡарғыш төшһөн, – тип әйтеү әйткәйне. Шунлыҡтан бер кем дә ауыҙына ризыҡ ҡабырға ҡыйманы.


Шунан Шаул бөтә исраилдарға: – Һеҙ бер яҡҡа, улым Йонаҫан менән мин икенсе яҡҡа баҫабыҙ, – тине. Халыҡ уға: – Нисек хуп күрәһең, шулай эшлә, – тип яуап бирҙе.


– Әгәр Йонаҫан үлтерелмәһә, мине Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тине Шаул.


Шаул Йонаҫандың әйткәндәрен тыңлап торҙо ла: – Тере Раббы шаһит! Дауыт үлтерелмәйәсәк! – тип ант итте.


Ишай улы ер йөҙөндә йәшәгәндә, үҙең дә, батшалығың да имен булмаясаҡ! Хәҙер үк кеше ебәр, уны бында килтерт. Ул мотлаҡ үлергә тейеш! – тине.


Әммә батша: – Эй Ахимәләх, үҙең дә, нәҫел-нәсәбең дә үлтерелергә тейеш! – тине.


Шаул Раббы менән ант итте: – Тере Раббы шаһит: бынан һиңә бер ниндәй ҙә зыян булмаҫ, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ