Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 14:38 - Изге Яҙма

38 Шунан һуң Шаул: – Ғәскәр башлыҡтары бында килһен. Бөгөн ниндәй гонаһ ҡылынғанын асыҡлаһындар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 14:38
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә улар: – Юҡ, бара күрмә, әгәр беҙ ҡаса башлаһаҡ, быға иғтибар итеүсе булмаҫ; беҙҙең яртыбыҙ үлеп ҡалһа ла, бер кем дә ыжламаҫ. Ә һин бер үҙең беҙҙең ун меңебеҙгә торошлоһоң. Шулай булғас, беҙҙең өсөн һинең ҡаланан тороп ярҙам итеүең яҡшыраҡ, – тип ҡаршы төштөләр.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡалаһында, Аллабыҙҙың ҡалаһында, Нимәне ишеткән булһаҡ, шуны күрҙек, Раббы уны мәңгелеккә һалған. Села


Мөйөш ташы, сатыр ҡаҙығы, Яу йәйәһе Йәһүҙәнән булыр; Халыҡтың бөтә башлыҡтары ла унан сығыр.


„Уны мин күрәм, әммә әле түгел; Күрәм уны, тик яҡындан түгел. Йондоҙ ҡалҡыр Яҡуп нәҫеленән, Исраил халҡынан – хакимлыҡ таяғы. Моавтың сикәһен ҡыра һуғыр, Шеҫ улдарының баш түбәһен иҙер.


– Ә һеҙ Изге Яҙмала: «Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш иң мөһим мөйөш ташы булды. Был Раббы тарафынан эшләнде – күҙ алдыбыҙҙағы ғәжәйеп хәл», – тигәнде бер ваҡытта ла уҡыманығыҙмы ни? – тине Ғайса. –


Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған йорт итеп ҡоролдоғоҙ, ә нигеҙҙең иң мөһим мөйөш ташы – Ғайса Мәсих Үҙе.


Исраилдар гонаһ ҡылды, Мин үтәргә ҡушҡан килешеүҙе боҙҙо. Улар харам ҡылынырға тейешле әйберҙәрҙе үҙҙәренә алды – урланы, алдап, йәшереп үҙ әйберҙәре араһына тығып ҡуйҙы.


Бына шуға күрә лә Исраил халҡына Раббы ҡарғышы төштө һәм улар дошмандарға ҡаршы тора алманы – уларҙан ҡасырға мәжбүр булды. Раббыға бағышлап харам ҡылынған әйберҙәрҙең барыһын да юҡ итмәй тороп, Мин һеҙҙең менән булмаясаҡмын.


Халыҡтың, Исраил ырыуҙарының бөтә башлыҡтары Алла халҡы йыйынында үҙҙәренең урынын алды – ҡылыс менән ҡоралланған дүрт йөҙ мең йәйәүле яугир ҡатнашты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ