Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 14:35 - Изге Яҙма

35 Шаул Раббыға бағышлап ҡорбан усағы төҙөнө. Был уның Раббыға бағышлап ҡорған тәүге ҡорбан усағы ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 14:35
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт шул урында Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне һәм тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе. Шунан һуң Раббы шәфҡәтен һалды һәм исраилдарҙың үләттән ҡырылыуы туҡталды.


Бар ҡылыусыһын онотто Исраил, Һарай өҫтөнә һарай төҙөнө. Йәһүҙә лә ҡәлғәле күп ҡалалар һалды. Ләкин Мин уның ҡалаларына ут ебәрәм, Ҡәлғәләрен ялҡынға ем итәм».


Аллаға ихлас табынған булып күренеп, иман көсөн кире ҡаҡҡан кешеләр артыр. Ундайҙарҙан алыҫ тор.


Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр. Гонаһлылар, ҡулдарығыҙҙы таҙартығыҙ, ике йөҙлөләр, йөрәктәрегеҙҙе сафландырығыҙ.


Иртәгәһенә исраилдар иртүк торҙолар ҙа ошо урында ҡорбан усағы төҙөнөләр һәм тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны килтерҙеләр.


Гидғон ошо урында Раббыға ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны «Йәһүә-Шалом» тип атаны. Ул ҡорбан усағы Авиғәзәр нәҫеленең биләмәһендәге Ғофрала әле лә бар.


Шунан былай тине: – Халыҡ араһында йөрөп әйтеп сығығыҙ. Һәр кем үгеҙен, һарығын бында алып килһен. Ошонда салып ашағыҙ. Тик ҡан менән ейеп, Раббыға ҡаршы гонаһ эш ҡылмағыҙ. Ул кисте бөтәһе лә малдарын үҙ ҡулдары менән алып килеп, шунда салды.


Шемуил бер таш алды, уны Миспа менән Шен араһына ҡуйҙы ла: – Раббы ошонда тиклем беҙгә ярҙам итте, – тине. Ул был ташты Әвән-Ғезәр тип атаны.


Шунан Рамалағы өйөнә ҡайта, унан да Исраилға хөкөм ҡылыр булды. Шунда ул Раббыға ҡорбан усағы төҙөнө.


Шул саҡ Шемуил бер имгән һарыҡ бәрәсен алды ла Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерҙе. Шунан Исраил өсөн Раббыға ялбарҙы. Раббы уға яуап ҡайтарҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ