Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 14:3 - Изге Яҙма

3 Эфод йөрөтөүсе Ахияһ та улар араһында ине. Ул – Ихаводтың туғаны Ахитувтың улы. Ихавод иһә элек Шилола Раббының ҡаһины булған Ғәлиҙең улы Пинхастан тыуғайны. Халыҡ Йонаҫандың киткәнен белмәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 14:3
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әлҡана, Күк ғәскәрҙәре Раббыһына ғибәҙәт ҡылыу һәм ҡорбан салыу өсөн, йыл һайын тәғәйен көндәрҙә үҙ ҡалаһынан Шилоға бара торғайны. Унда Ғәлиҙең ике улы, Хофни менән Пинхас, Раббының ҡаһиндары ине.


Шунан Шаул: – Әйҙәгеҙ, бөгөн төндә пелештиҙәр артынан төшәйек, – тине. – Таң атҡансы уларҙы талайыҡ, бер кешеләрен дә ҡалдырмайыҡ. – Үҙең нисек ҡулай күрәһең, шулай эшлә, – тине халыҡ. Әммә ҡаһин: – Алланан кәңәш һорайыҡ, – тине.


Үҫмер Шемуил иһә, етен эфод кейеп, Раббыға хеҙмәт итте.


Ҡорбан усағыма күтәрелһен, хуш еҫ төтәтһен, эфод кейеп алдымда йөрөһөн тип, Исраилдың бөтә ырыуҙары араһынан бары ата-бабаңды Үҙемә ҡаһин итеп һайлап алдым, Исраил халҡы биргән бөтә ҡорбандарҙан атаң нәҫеленә өлөш бирҙем.


Ахитув улы Ахимәләхтең улдарынан бары тик Әвйәҫәр тигәне генә ҡотолоп ҡалды. Ул Дауыт янына ҡасып китте.


Алла һандығы алынғанға, ҡайныһы менән ире үлгәнгә күрә: – Исраилдың даны китте! – тине лә сабыйына Ихавод тип исем ҡушты.


Халыҡ Шилоға кешеләр ебәрҙе һәм кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Килешеү һандығын килтерҙеләр. Ғәлиҙең ике улы Хофни менән Пинхас Алланың Килешеү һандығы янында ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ