29 – Атайым ҡайһылай халыҡҡа бәлә килтергән, – тине Йонаҫан. – Бына ҡарағыҙ, саҡ ҡына бал ҡапҡас та күҙем асылып китте.
– Исраилдың баш бәләһе мин түгел, – тип яуап ҡайтарҙы Ильяс. – Һин һәм атаңдың нәҫеле Раббының бойороҡтарын һанға һуҡмайһығыҙ, һин бәғелдәр артынан эйәрәһең.
Барыһы ла юлдан яҙған, берҙәй боҙолған; Яҡшылыҡ ҡылған әҙәм юҡ, Исмаһам, берәү ҡалмаған!
– Ниңә һин беҙҙе бәләгә тарыттың? – тине уға Йушағ. – Хәҙер инде Раббы һине бәләгә тарытты. Шунан исраилдар күмәкләп Ғаханды һәм уның менән булғандарҙы таш бәреп үлтерҙе лә утта яндырҙы.
Араларынан берәү уға: – Атайың халыҡҡа, бөгөн ризыҡ ейгән кешегә ҡарғыш төшәсәк, тип әйтеү әйтте. Шуға күрә халыҡ бик ныҡ арыны, – тине.
Әгәр халыҡ дошмандарҙан ҡалған яумал менән тамаҡ ялғап алһа, пелештиҙәрҙә ҡыйралыш тағы ла күберәк булмаҫ инеме ни?