26 Халыҡ урманға инде. Ҡараһалар, бал тамып тора. Тик бер генә кеше лә ҡулын ауыҙына һонманы, сөнки бөтәһе лә ҡарғыштан ҡурҡты.
Батша бойороғон тот, сөнки был һинең Алла алдында биргән антыңа бәрәбәр.
Бөтәһенең дә аҙағы бер: тәҡүәне лә, залимды ла, игелеклене лә, яуызды ла, пакты ла, нәжесте лә, ҡорбан килтергәнде лә, ҡорбан килтермәгәнде лә бер тәҡдир көтә. Гонаһлыларға нимә булһа, яҡшыларға ла шулай була; ант итеүсегә лә, ант итеүҙән ҡурҡҡанға ла – бер яҙмыш.
Яхъя дөйә йөнөнән кейем кейеп, биленә күн ҡайыш быуып йөрөнө. Сиңерткә һәм солоҡ балы уға ризыҡ булды.
Урманлы ергә килеп еттеләр. Ундағы аҡланда бал бар ине.