Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 14:20 - Изге Яҙма

20 Ул, янындағы һуғышсылары менән бергә, һөрәнләп, алыш барған ергә ташланды һәм нимә күрә: пелешти яугирҙәре бер-береһенә ҡаршы ҡылыс күтәргән һәм шашҡан кеүек үҙ яҡындарын ҡыра.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 14:20
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исраил батшаһы дошмандың һыбайлыларын һәм яу арбаларын ҡырып ташланы. Арамиҙар ғәскәре ҙур юғалтыуҙарға дусар булды.


Ғаммондар менән моавтар Сеғир тауҙары кешеләренә һөжүм итә, сеғирҙарҙы ҡырып һалғас, бер-береһен ҡыйратырға тотона.


«Мысыр халҡын бер-береһенә ҡаршы ҡотортам. Туған – туғанына, дуҫ – дуҫына, Ҡала ҡалаға ҡаршы сығасаҡ, Батшалыҡ батшалыҡҡа һөжүм итәсәк.


Бөтә тауҙарымда Гогҡа ҡаршы ҡылыс ебәрәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. – Һәр кем бер-береһенә ҡаршы ҡылыс күтәрәсәк.


Өс йөҙ кеше борғо ҡысҡыртҡан арала Раббы бөтә тупламдағыларҙың ҡылысын бер-береһенә ҡаршы йүнәлтте. Шунан мидйән ғәскәрҙәре Серераға табан – Бейт-Һашиттаға табан ҡасырға тотондо. Улар Таббаҫ эргәһендәге Авел-Мехола ҡалаһының сигенә еткәнсе ҡасты.


Шул саҡ Шаулдың Бинйәмин Гивғаһындағы күҙәтселәре, күмәк халыҡтың тырым-тырағай һибелеп, тегендә-бында йүгерешкәнен күреп ҡалды.


– Иртәгә ошо ваҡытта Бинйәмин еренән һиңә бер кешене ебәрермен. Уны халҡым Исраилдың хакимы итеп мәсехләрһең. Ул халҡымды пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр. Мин халҡымдың ғазабына баҡтым, уның аһ-зарҙары Миңә килеп етте, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ