19 Шаул ҡаһин менән һөйләшкән арала, пелештиҙәр тупламында шау-шыу көсәйгәндән-көсәйҙе. – Ҡулыңды төшөр, – тине Шаул ҡаһинға.
Хәсрәт эсенән улар Раббыға ялбарҙылар; Раббы уларҙы бәләләрҙән ҡотҡарҙы.
Шуға күрә Раббы Хаким һеҙгә былай ти: «Бына, Мин Сионда һыналған, Баһалап булмаҫлыҡ мөйөш ташы, Ныҡлы нигеҙ ташы ҡуям. Уға ышанған һис кем ҡаушап төшмәҫ.
Ул бөтә эште Әлғазар ҡаһин менән кәңәшләшеп эшләһен. Ә Әлғазар урим ярҙамында Йушағ өсөн Минең ихтыярымды белешәсәк. Йушағ үҙе лә, уның менән бергә Исраил йәмғиәте лә Минең һүҙем буйынса юлға сығыр һәм кире әйләнеп ҡайтыр.
Исраилдар уларҙың юлға алған ризыҡтарын ҡаранылар, ә Раббынан һорап торманылар.
Ләкин Шемуил: – Нимә эшләнең һин? – тине. – Ҡарайым, халыҡ янымдан таралыша башланы, – тип яуап ҡайтарҙы Шаул. – Һин дә әйткән көндәреңдә килмәнең. Өҫтәүенә пелештиҙәр Михмаста тупланған.
Ул, янындағы һуғышсылары менән бергә, һөрәнләп, алыш барған ергә ташланды һәм нимә күрә: пелешти яугирҙәре бер-береһенә ҡаршы ҡылыс күтәргән һәм шашҡан кеүек үҙ яҡындарын ҡыра.
Ул көндө исраилдар ныҡ талсыҡҡайны. Сөнки Шаул халыҡҡа: – Кем дә кем кискә тиклем, мин дошмандарымдан үс алғанға саҡлы, берәй нәмә ашай, шуға ҡарғыш төшһөн, – тип әйтеү әйткәйне. Шунлыҡтан бер кем дә ауыҙына ризыҡ ҡабырға ҡыйманы.
Ул Ахимәләх улы Әвйәҫәр ҡаһинға: – Миңә эфодты килтер әле, – тине. Әвйәҫәр Дауытҡа эфодты алып килде.