17 Шаул янындағы кешеләргә: – Ҡарағыҙ әле, барлағыҙ, арабыҙҙан кем киткән? – тип бойорҙо. Байҡап ҡараһалар, Йонаҫан менән ҡорал йөрөтөүсеһе юҡ икәнен белделәр.
Авимәләх тиҙ генә үҙенең ҡорал йөрөтөүсеһен саҡырып алды ла: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер! Минең хаҡта: «Уны ҡатын кеше үлтерҙе», – тип әйтмәһендәр, – тине. Ҡорал йөрөтөүсе егет уға ҡылысы менән сәнсте, һәм Авимәләх йән бирҙе.
Шул саҡ Шаулдың Бинйәмин Гивғаһындағы күҙәтселәре, күмәк халыҡтың тырым-тырағай һибелеп, тегендә-бында йүгерешкәнен күреп ҡалды.
Шаул Ахияһҡа: – Алланың һандығын килтер, – тине. Ул сағында Изге һандыҡ исраилдарҙа ине.