16 Шул саҡ Шаулдың Бинйәмин Гивғаһындағы күҙәтселәре, күмәк халыҡтың тырым-тырағай һибелеп, тегендә-бында йүгерешкәнен күреп ҡалды.
Һәр кис һайын улар эт шикелле ырылдашып Ҡала буйлап темеҫкенеп йөрөй.
Эй Илаһым, ҡотҡар мине, Һыуҙар боғаҙыма етте.
«Мысыр халҡын бер-береһенә ҡаршы ҡотортам. Туған – туғанына, дуҫ – дуҫына, Ҡала ҡалаға ҡаршы сығасаҡ, Батшалыҡ батшалыҡҡа һөжүм итәсәк.
Өс йөҙ кеше борғо ҡысҡыртҡан арала Раббы бөтә тупламдағыларҙың ҡылысын бер-береһенә ҡаршы йүнәлтте. Шунан мидйән ғәскәрҙәре Серераға табан – Бейт-Һашиттаға табан ҡасырға тотондо. Улар Таббаҫ эргәһендәге Авел-Мехола ҡалаһының сигенә еткәнсе ҡасты.
Пелештиҙәрҙең бөтә ғәскәре – тупламда ла, ҡырҙа ла, алдынғы төркөмдәгеләр ҙә, баҫҡынсы төркөмөндәгеләр ҙә – ҡалтырап төштө. Ер тетрәне, Алланың дәһшәте хөкөм һөрҙө.
Шаул янындағы кешеләргә: – Ҡарағыҙ әле, барлағыҙ, арабыҙҙан кем киткән? – тип бойорҙо. Байҡап ҡараһалар, Йонаҫан менән ҡорал йөрөтөүсеһе юҡ икәнен белделәр.
Ул, янындағы һуғышсылары менән бергә, һөрәнләп, алыш барған ергә ташланды һәм нимә күрә: пелешти яугирҙәре бер-береһенә ҡаршы ҡылыс күтәргән һәм шашҡан кеүек үҙ яҡындарын ҡыра.