7 Ҡайһы бер ғивриҙәр Иордан йылғаһы аръяғына, Ғад һәм Ғилғәд ерҙәренә ҡасты. Шаул ул ваҡытта Гилгалда ине. Уның менән булған яугирҙәр ҡурҡыуға төшкәйне.
Һеҙгә ҡаршы булырмын, һеҙ дошмандарығыҙҙан еңелерһегеҙ. Дошмандарығыҙ һеҙгә хаким булыр; һеҙҙе баҫтырыусы булмағанда ла ҡасырһығыҙ.
Шунан тағы: «Арағыҙҙа ҡурҡҡан һәм ғәйрәтен юғалтҡандар бармы? Өйөнә ҡайтһын, уға ҡарап, ҡәрҙәштәренең дә күңеленә ҡурҡыу төшмәһен», – тип әйтерҙәр.
Раббы һеҙҙе дошмандарығыҙҙан еңелдерер: бер юл менән уларға ҡаршы сығырһығыҙ, ете юл менән уларҙан ҡасып китерһегеҙ. Ер йөҙөндәге бөтә батшалыҡтар өсөн ҡурҡыныс ғибрәт булырһығыҙ.
Ул осорҙа яулап алынған ерҙе – Арнон үҙәненең ситендә урынлашҡан Ғароғер ҡалаһынан башланған өлкәне, таулы Ғилғәд еренең яртыһын мин ҡалалары менән бергә Рәүвән һәм Ғад ырыуҙарына бирҙем.
Ғилғәдте, гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың ерҙәрен, бөтә Хермон тауын һәм Салхаға еткәнсе тотош Башанды;
Менашше ырыуының икенсе яртыһына, уның менән бергә Рәүвән һәм Ғад ырыуҙарына өлөш сығарылғайны инде – Муса уларға Иордандан көнсығышҡараҡ ер биргәйне. Раббы ҡоло Муса уларға
Халыҡҡа иғлан ит: кем дә кем ҡурҡып ҡалтырай, Ғилғәд тауын ташлап ҡайтып китһен! Шунан егерме ике мең яугир ҡайтып китте, ун мең кеше ҡалды.
Шаул Шемуил билдәләгән ваҡытҡа тиклем ете көн көттө. Әммә Шемуил Гилгалға килмәгәс, кешеләр Шаул янынан ҡаса башланы.
Уның был һүҙҙәрен ишетеп, Шаулдың да, барса исраилдарҙың да ҡоттары алынды, барыһы ла ҡурҡыуға ҡалды.
Үҙәнлектең икенсе яғында һәм Иордан аръяғында йәшәгән исраилдар, Исраил ғәскәренең ҡасҡанын, Шаулдың һәм уландарының үлгәнен күреп, ҡалаларын ташлап ҡасты. Ә пелештиҙәр уларға барып урынлашты.