6 Ҡамауҙа ҡалған исраилдар, үҙҙәренә ҡурҡыныс янағанын күреп, мәмерйәләрҙә, шырлыҡтарҙа, ҡаяларҙа, ер ҡыуышлыҡтарында һәм һыу һаҡлай торған соҡорҙарҙа йәшенә башланы.
Дауыт Ғадҡа былай тип яуап ҡайтарҙы: – Бик ауыр миңә, әммә әҙәм ҡулына ҡалғансы, язаны Раббынан алыу яҡшыраҡ булыр, сөнки Уның рәхимлеге сикһеҙ.
Әммә был халыҡ таланған һәм иҙелгән, Соҡорҙарға ырғытылған, зиндандарға бикләнгән. Табышҡа әйләнгәндәр, ҡотҡарыусы юҡ. Таланғандар, «Кире бир!» – тип әйтеүсе юҡ.
Исмәғил үҙе үлтергән бөтә кешеләрҙең мәйеттәрен ташлаған һыу соҡоро бик ҙур булып, заманында уны Аса батша Исраил батшаһы Бағшанан һаҡланып ҡаҙҙырған була. Шул соҡорҙо Неҫанъяһ улы Исмәғил үлектәр менән тултырҙы.
Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, ошо харабалар араһында йәшәүселәр ҡылыстан йығыласаҡ, асыҡ яландағыларҙы януарҙарға емтек итеп бирәсәкмен, ҡәлғәләрҙә һәм мәмерйәләрҙә йәшәгәндәр үләттән ҡырыласаҡ.
Мин ике юл сатында торам. Был донъяны ҡалдырып, Мәсих менән бергә булырға тигән теләгем бар, һәм был күпкә яҡшыраҡ.
Донъя ундай кешеләргә лайыҡ түгел ине, улар сүллектәрҙә, тауҙарҙа, мәмерйәләрҙә һәм упҡындарҙа ҡаңғырып йөрөй.
Ғай яугирҙәре әйләнеп ҡараһа, ни күрә: ҡала өҫтөндәге төтөн күккә ашҡан. Улар ҡайҙа барыр ер тапманы, сөнки сүл буйлап ҡасып барған исраилдар, кире борола һалып, эҙәрләүселәренә ташланды.
Аҙаҡ килеп ғаммондар Йәһүҙә, Бинйәмин һәм Әфраим ырыуҙарына ҡаршы һуғыш алып барыр өсөн, Иордан йылғаһын кисте. Исраил халҡына ҙур бәлә килде.
Исраил ғәскәренең төп көстәре кирегә боролоуға, Бинйәмин һуғышсылары ҡурҡыуға төшә, сөнки афәт килгәнен аңлайҙар.
Мидйәндәрҙең йәбер-золомо арҡаһында Исраил халҡы ҡаялар араһында, мәмерйәләрҙә һәм нығытмалы урындарҙа йәшенеп йөрөнө.
Бынан һуң Шемуил Гилгалдан Бинйәмин ырыуының Гивға ҡалаһына китте. Шаул үҙенең янында ҡалғандарҙы һанап сыҡты: алты йөҙ самаһы кеше ине.
Икәүләшеп пелешти һаҡсыларына күренделәр. – Ана, ғивриҙәр йәшенгән тишектәренән сыға башланы! – тип көлдө пелештиҙәр.
Әфраим таулығында йәшенгән исраилдар ҙа, пелештиҙәрҙең ҡасҡанын ишетеп, уларҙың эҙенән төштө һәм ҡыра башланы.
Зиф ҡалаһы кешеләре, Гивғаға барып, Шаулға: – Дауыт беҙҙә, Йешимондың көньяғындағы Хахила ҡалҡыулығында, Хорешта ҡасып ята.
Шаул бөтә Исраилдан өс мең һайланма яугир йыйып алып, тау кәзәләре генә йәшәй торған ҡаялар араһынан Дауыт менән уның кешеләрен эҙләргә сыҡты.
Үҙәнлектең икенсе яғында һәм Иордан аръяғында йәшәгән исраилдар, Исраил ғәскәренең ҡасҡанын, Шаулдың һәм уландарының үлгәнен күреп, ҡалаларын ташлап ҡасты. Ә пелештиҙәр уларға барып урынлашты.
Пелештиҙәр Исраил халҡының Миспала йыйылғанын ишетеп ҡалды. Уларҙың хакимдары исраилдарға ҡаршы яуға сыҡты. Был хаҡта белгәс, исраилдар ҡурҡыуға ҡалды.