23 Ул арала пелешти ғәскәренең алдынғы төркөмө Михмас үткәүеленә сыҡты.
Дауыт – нығытма эсендә, ә пелешти ғәскәренең алдынғы төркөмө Бейт-Ләхәмдә ине.
Ғайаҫ ҡалаһына еттеләр, Мигронды уҙҙылар, Михмаста йөктәрен бушаттылар;
Тарлауыҡты үттеләр, «Гевағта ҡунайыҡ», – тинеләр. Рама ҡалаһы ҡурҡыуҙан ҡалтыраны, Шаул Гивғаһында йәшәгәндәр ҡасып китте.
Пелештиҙәр Исраилға ҡаршы яуға йыйынды. Улар утыҙ мең яу арбаһы, алты мең һыбайлыһы, диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле күмәк яугирҙәре менән килеп, Михмас эргәһенә Бейт-Ауендың көнсығышында туплам ҡорҙолар.
Бер көндө Шаул улы Йонаҫан ҡоралын йөрөтөүсе егеткә: – Әйҙә, теге яҡтағы пелешти ғәскәренең алдынғы төркөмө яғына сығайыҡ, – тине. Әммә атаһына был хаҡта бер нәмә лә өндәшмәне.