22 Шул сәбәпле был һуғыш башланғас, Шаул менән Йонаҫан янында булған халыҡтың ҡулында ҡылыс та, һөңгө лә юҡ, был ҡоралдар бары Шаулда һәм уның улы Йонаҫанда ғына ине.
– Раббының Зеруббавелға һүҙе былай: «Көс менән дә түгел, ҡеүәт менән дә түгел, бары Минең Рухым менән уңыш ҡаҙанырһың. Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.
Әммә беҙ – ни бары хазина һаҡлаған балсыҡ һауыттар ғына. Бының менән был саманан тыш ҙур ҡөҙрәттең беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы икәне күрһәтелә.
Яңы илаһтар һайлағас, Һуғыш ҡала ҡапҡаһы алдына килде. Шул саҡ ҡырҡ меңлек Исраил халҡы ҡулында Ҡалҡан да, һөңгө лә күренмәне.
Пелешти тимерселәре төрән тимерҙәрен, тәпке, өс айырсалы һәнәк, балта ҡайраған һәм осло таяҡ тимерен кейҙергән өсөн бер шекелдең өстән ике өлөшөн ала торғайны.
Шул саҡта бөтә был йыйын Раббының ҡылыс һәм һөңгө менән ҡотҡармағанын төшөнөр. Был һуғыш – Раббыныҡы, Ул һеҙҙе беҙҙең ҡулға тапшыра.
Шулай итеп, Дауыт пелештиҙе һапҡы һәм таш менән еңде. Ул пелештиҙе бәреп үлтерҙе. Дауыттың ҡулында ҡылысы юҡ ине.