21 Пелешти тимерселәре төрән тимерҙәрен, тәпке, өс айырсалы һәнәк, балта ҡайраған һәм осло таяҡ тимерен кейҙергән өсөн бер шекелдең өстән ике өлөшөн ала торғайны.
Бөтә илдә, – тип белдерә Раббы, – Халыҡтың өстән ике өлөшө үлеп бөтөр, Өстән бере иҫән ҡалыр.
Шуға күрә исраилдар төрән, тәпке, балта, ураҡ үткерләргә кәрәк булһа, пелештиҙәргә барырға мәжбүр ине.
Шул сәбәпле был һуғыш башланғас, Шаул менән Йонаҫан янында булған халыҡтың ҡулында ҡылыс та, һөңгө лә юҡ, был ҡоралдар бары Шаулда һәм уның улы Йонаҫанда ғына ине.