15 Бынан һуң Шемуил Гилгалдан Бинйәмин ырыуының Гивға ҡалаһына китте. Шаул үҙенең янында ҡалғандарҙы һанап сыҡты: алты йөҙ самаһы кеше ине.
Шаул Исраилдың өс мең кешеһен һайлап алды. Уларҙың ике меңе Шаул менән Михмаста, Бейт-Илдең тауында, меңе Йонаҫан менән Бинйәмин Гивғаһында урынлашты. Ҡалған халыҡты ул өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе.
Шаул Гивға янындағы Мигронда анар ағасы аҫтында ултыра ине. Эргәһендә алты йөҙгә яҡын кешеһе бар.
Икенсе көндө иртүк тороп, Шемуил Шаулды күрергә китте. Әммә уға Шаулдың үҙенә һәйкәл ҡуйыр өсөн Кармәлгә барғаны, унан боролоп ҡайтҡандан һуң Гилгалға төшкәне хаҡында әйттеләр.