8 Яҡуп Мысырға килгәндән һуң ата-бабаларығыҙ Раббыға ярҙам һорап ялбарҙы. Раббы Муса менән Һарунды ебәрҙе һәм улар ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан алып сығып, ошо ерҙә төйәкләндерҙе.
Шулай ҙа Раббы халҡының зарын ишетте, Уларҙың хәсрәтен күрҙе.
Тап ошо көндө Раббы Исраил халҡын, ғәскәр ише сафҡа теҙеп, Мысырҙан алып сыҡты.
Әлеге Һарун менән Мусаға Раббы: «Исраил халҡын, ғәскәр ише теҙеп, Мысырҙан сығарығыҙ!» – тип ҡушҡайны.
Ата-бабаларыбыҙ Мысырға күскәйне. Унда беҙ бик оҙаҡ йәшәнек. Мысыр халҡы ата-бабаларыбыҙ менән дә, беҙҙең менән дә насар мөғәмәлә итте.
Яҡуп Мысырға күсеп барған. Ул да, ата-бабаларыбыҙ ҙа шунда вафат булған.
Ныҡ һәм ҡыйыу бул, сөнки Мин ата-бабаларына бирергә вәғәҙә иткән был ерҙе Исраил халҡына биләмә итеп һин бирерһең.
Раббы Исраил халҡының ата-бабаларына ант иткәнсә, был ерҙәрҙең барыһын да исраилдарға бирҙе. Улар был ерҙәргә хужа булып, шунда төйәкләнде.
Шунан Исраил халҡына әйтте: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Исраилдарҙы Мысырҙан Мин алып сыҡтым. Һеҙҙе мысырҙарҙың һәм һеҙгә золом ҡылған бөтә батшалыҡтарҙың ҡулынан Мин азат иттем».
– Муса менән Һарунды тәғәйенләгән, ата-бабаларығыҙҙы Мысыр еренән сығарған Раббы шаһит, – тине Шемуил халыҡҡа. –