7 Хәҙер иһә хозурыма баҫығыҙ. Раббының һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға ҡылған барлыҡ яҡшылыҡтарын бәйән итеп, мин һеҙгә Раббы алдында хөкөм ҡылам.
«Әйҙә килегеҙ, инде бергәләп уйлашайыҡ, – ти Раббы, – Гонаһтарығыҙ ҡан-ҡыҙыл төҫтә булһа, Ҡар һымаҡ салт аҡ ҡалырҙар. Әгәр улар ҡарағусҡыл ҡыҙыл икән, Ап-аҡ йөн кеүек булырҙар.
Һеҙҙе халыҡтарҙың сүленә алып барасаҡмын һәм шунда һеҙҙең менән йөҙмә-йөҙ хөкөмләшәсәкмен.
Уларға Мәсихтең ғазап сигергә һәм үленән терелергә тейешлеген аңлатты һәм иҫбат итте. – Мин һеҙгә вәғәзләгән Ғайса – шул Мәсих бит инде, – тине Паулус.
Ҡоҙоҡ янында һыу биреүселәр тауышы: Унда Раббының еңеүҙәре, Исраил башлыҡтары еңеүҙәре тураһында йырлайҙар. Шул саҡ Раббы халҡы ҡапҡаларға ынтылды.