6 – Муса менән Һарунды тәғәйенләгән, ата-бабаларығыҙҙы Мысыр еренән сығарған Раббы шаһит, – тине Шемуил халыҡҡа. –
Раббы ҡулын күтәреп ант итте – Сүллектә уларҙы ҡолатырға,
Уларҙы ҡәүемдәр ҡулына тапшырҙы, Дошмандары уларға хаким булды.
Әлеге Һарун менән Мусаға Раббы: «Исраил халҡын, ғәскәр ише теҙеп, Мысырҙан сығарығыҙ!» – тип ҡушҡайны.
Тап бына ошо Муса менән Һарун: «Исраил халҡын Мысырҙан сығар!» – тип Мысыр батшаһы фирғәүен алдында телмәр тотто.
Пәйғәмбәре аша Раббы Исраилды Мысыр иленән сығарҙы, Пәйғәмбәре аша уларҙы һаҡлап йөрөттө.
Һине Мысырҙан сығарҙым, Ҡоллоҡ йортонан йолоп алдым, Муса менән Һарунды, Мирйәмде Һинең алдыңдан ебәрҙем.