Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 12:5 - Изге Яҙма

5 Шемуил уларға: – Миңә ҡаршы бер нәмә лә тапмауығыҙға бөгөн Раббы һәм Ул мәсехләгән батша шаһит, – тине. – Эйе, шаһит! – тинеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 12:5
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әгәр ҙә мәгәр ҡыҙҙарымды ҡыйырһытһаң йәки улар өҫтөнән ҡатын алһаң, хәтереңдә тот: кеше түгел, ә Алла шаһит беҙгә.


Ә шулай ҙа күктә минең Шаһитым бар, Яҡлаусым бар минең юғарыла.


Әйүп менән һөйләшкәндән һуң, Раббы Темандан килгән Әлифазға: – Һиңә һәм ике дуҫыңа асыуым ҡаты, – тине, – сөнки һеҙ Минең турала ҡолом Әйүп кеүек дөрөҫ һөйләмәнегеҙ.


Раббы – ҡаям минең, ҡәлғәм, йолоп алыусым; Аллам – ҡаям һәм мин Унда ышыҡ табам; Ул – ҡалҡаным, ҡотҡарыусы ҡөҙрәтем, һыйынысым!


– Нимә ул – хәҡиҡәт? – тип һораны Пилатос һәм, ошо һүҙҙе әйткәс, яңынан йәһүдтәр алдына сыҡты. Уларға: – Мин был кешелә бер ниндәй ҙә ғәйеп күрмәйем.


Шау-шыу күтәрелде, фарисейҙарҙан булған ҡайһы бер ҡанун белгестәре тороп, ҡәтғи рәүештә: – Беҙ был кешелә һис бер насарлыҡ күрмәйбеҙ. Бәлки, уға ысынлап та рух йәки фәрештә әйткәндер, – тинеләр.


Шуға күрә һәр ваҡыт Алла алдында һәм кешеләр ҡаршыһында саф выждан менән йәшәргә тырышам.


Йәки, Юғары кәңәшмә алдында торған сағымда, миндә ниндәй яуызлыҡ табыуҙары хаҡында бындағы кешеләр үҙҙәре әйтһен.


Үҙемдә бер ниндәй ғәйеп күрмәһәм дә, бының менән аҡланмайым. Фәҡәт Раббы ғына – минең Хөкөмдарым.


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Халыҡ: – Һин беҙҙе таламаның, – тип яуап бирҙе. – Беҙҙе йәберләмәнең. Бер кемдән дә һис бер нәмә алманың.


Тик Дауыт Авишайға: – Юҡ, уны үлтермә! – тине. – Раббының мәсихенә ҡул күтәреп, кем язаһыҙ ҡалыр?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ