4 Халыҡ: – Һин беҙҙе таламаның, – тип яуап бирҙе. – Беҙҙе йәберләмәнең. Бер кемдән дә һис бер нәмә алманың.
Уның ҡарауы башҡа вәзирҙәр һәм идарасылар Даниилдың батшалыҡ менән идара итеүен күҙәтеп кенә торҙо, уның эшенән йөй табырға тырышты, ләкин бер нисек тә таба алманы: Даниил барыһын да намыҫ ҡушҡанса башҡарҙы, уның эшенән хилафлыҡ та, яңылышлыҡ та табылманы.
Улар иман аша батшалыҡтарҙы буйһондора, ғәҙеллек урынлаштыра, вәғәҙә ителгәндәргә өлгәшә. Арыҫландарҙың ауыҙҙарын яба,
Демитриус хаҡында бөтәһе лә яҡшы һүҙҙәр генә һөйләй, хәҡиҡәт үҙе лә уның яғында. Шулай уҡ беҙ ҙә ошо хаҡта шаһитлыҡ ҡылабыҙ, һәм һин беҙҙең шаһитлығыбыҙҙың дөрөҫ булғанын беләһең.
Бына мин ҡаршығыҙҙа торам. Хәҙер миңә Раббы хозурында һәм Ул мәсехләгән батша алдында шаһитлыҡ ҡылығыҙ. Ҡайһығыҙҙың үгеҙен алдым? Кемдең ишәгенә ҡул һуҙҙым? Кемде таланым? Кемде йәберләнем? Эшенә күҙ йомор өсөн кемдән ришүәт алдым? Әйтегеҙ, мин ҡайтарып бирермен.
Шемуил уларға: – Миңә ҡаршы бер нәмә лә тапмауығыҙға бөгөн Раббы һәм Ул мәсехләгән батша шаһит, – тине. – Эйе, шаһит! – тинеләр.