24 Тик Раббынан ҡурҡығыҙ, Уға бөтә йөрәктән тоғро хеҙмәт итегеҙ. Уның һеҙҙең өсөн ниндәй бөйөк эштәр башҡарғанын аңлағыҙ!
Бары тик Аллағыҙ Раббыға ғына табынығыҙ һәм Ул һеҙҙе бөтә дошмандарығыҙҙан ҡотҡарыр, – тигәйне.
Әҙәмгә әйтте: «Ысын зирәклек – Раббы Хакимдан ҡурҡыу. Яуызлыҡтан йыраҡ тороу иһә – аҡыл».
Яуыз кеше быны күреп аҙапланыр, Тешен шығырҙатыр, яйлап кибер. Залимдарҙың теләктәре бушҡа сығыр.
Өйөгөҙҙөң ишегенә һөртөлгән ҡан Минең өсөн билдә булыр: шул ҡанды күреп, һеҙҙе ситләтеп үтермен. Мысырҙарҙы язалаған сағымда һеҙгә бер ниндәй ҙә зыян теймәҫ.
Ғилемдең башы – Раббынан ҡурҡыу. Ахмаҡ ҡына аҡыл менән тәрбиәне һанға һуҡмай.
Бөтә нәмә әйтелде, инде бына һығымта: Алланан ҡурҡ, Уның ҡушҡандарын үтә, сөнки был әҙәм балаһының төп бурысы.
Уларҙың мәжлестәрендә Арфа, лира, дөңгөр, флейта тауыштары! Шарап аға йылға булып! Раббының ғәмәлдәрендә эштәре юҡ, Уның ҡылғандарын күрмәйҙәр.
Ғайса, Үҙенә табан килгән Наҫанаилды күреп, уның хаҡында: – Бына ысын Исраил кешеһе, ул алдаша белмәй, – тине.
Шуға һеҙҙән, имандаштар, Алла шәфҡәте хаҡына үтенәм: үҙегеҙҙең тәнегеҙҙе Аллаға хуш килерлек тере изге ҡорбан итеп бирегеҙ. Был һеҙҙең Аллаға ихлас ғибәҙәтегеҙ булыр.
Ул – һинең даның, үҙ күҙҙәрең менән күргән бөйөк һәм дәһшәтле эштәрҙе һеҙҙең өсөн эшләгән Аллаң.
Раббының Исраил халҡы менән Хорев тауында төҙөгән килешеүенә өҫтәлмә булараҡ, Раббы Мусаға Моав ерендә лә килешеү төҙөргә бойорҙо. Был килешеүҙең һүҙҙәре ошо.
Муса Исраил халҡын бергә йыйҙы ла уларға былай тине: – Раббының Мысырҙа күҙ алдығыҙҙа фирғәүенгә, уның бөтә ҡолдарына һәм бөтә иленә нимәләр ҡылғанын күрҙегеҙ.
сөнки беҙҙең Аллабыҙ – ялмап йотоусы ут.
– Шуның өсөн, – тине Йушағ, – Раббынан ҡурҡығыҙ һәм Уны хөрмәтләгеҙ, Уға намыҫлы һәм тоғро хеҙмәт итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһының аръяғында һәм Мысырҙа табынған барлыҡ илаһтарҙан ваз кисегеҙ һәм бары тик Раббыға ғына ғибәҙәт ҡылығыҙ.