Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 12:20 - Изге Яҙма

20 – Ҡурҡмағыҙ, – тине Шемуил халыҡҡа. – Ҡылған яуызлыҡ ҡылынған инде, әммә башҡаса Раббынан ситләшмәгеҙ, Уға бөтә йөрәгегеҙ менән хеҙмәт итегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 12:20
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.


Ҡайғылы көнөмдә йөҙөңдө йәшермә минән, Ҡолаҡ һал, саҡырғанымда йәһәтерәк яуап ҡайтар.


Күҙ йәше менән орлоҡ сәскәндәр Шатланышып уңыш урыр;


Ауырып түшәккә йығылғанда, Раббы уға терәк булыр, Һауыҡтырып, аяҡҡа баҫтырыр.


Аллаң Раббыға ғибәҙәт ҡыл – шулай эшләһәң, ашаған икмәгеңде һәм эскән һыуыңды фатихалармын, һине ауырыу-сирҙәрҙән аралармын.


Иртәгәһенә Муса халыҡҡа: – Һеҙ ҡот осҡос гонаһ ҡылдығыҙ. Ләкин хәҙер мин Раббы хозурына күтәреләм, бәлки, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡауын үтенә алырмын, – тине.


«Әгәр ҙә ир ҡатынын айырып ебәрһә, Ҡатын, унан киткәс, икенсегә сыҡһа, Ул ир ҡабаттан ҡатынына ҡайта аламы? Ул рәүешле ил нәжескә батмаймы? Һин күп уйнаштарың менән зина ҡылдың. Инде Миңә ҡайтырға йыйынаһыңмы? – тип белдерә Раббы. –


Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеү буйынса Рухым – һеҙҙең арала. Ҡурҡмағыҙ!»


– Шулай итеп, эй Исраил халҡы, Аллаң Раббы һинән нимә теләй? Бары шуны ғына: Аллағыҙ Раббынан ҡурҡ, Уның юлынан йөрө, Уны ярат, бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән Уға хеҙмәт ит,


Әммә һаҡ булығыҙ, күңелегеҙ алданып, юлдан яҙып, башҡа илаһтарға хеҙмәт итә һәм табына башламағыҙ.


Сөнки мин үлгәндән һуң аҙырығыҙҙы, һеҙгә бойорған юлдан тайпылырығыҙҙы беләм. Ваҡыт үтеү менән, һеҙҙе бәләләр ҡыуып етер, сөнки, Раббы алдында яманлыҡ ҡылып, Уны үҙегеҙҙең эштәрегеҙ менән асыуландырасаҡһығыҙ.


Ләкин һеҙ Мусаның ҡанун китабында яҙылғандың бөтәһен дә теүәл һаҡларға һәм үтәргә, был ҡанундан уңға ла, һулға ла тайпылмаҫҡа тейешһегеҙ.


әммә быны баҫалҡылыҡ һәм ихтирам, саф выждан менән эшләгеҙ. Шул ваҡытта һеҙгә яла яғыусылар һәм Мәсихтәге тел тейҙермәҫ йәшәү рәүешегеҙ өсөн хурлаусылар оятҡа ҡалыр.


Бөтәһе лә Шемуилға: – Беҙ ҡолдарыңды һәләк итмәһен өсөн Аллаң Раббыға доға ҡыл, – тинеләр. – Сөнки булған гонаһтарыбыҙ өҫтөнә үҙебеҙгә батша һорап, тағы бер золом ҡылдыҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ