2 Инде һеҙҙең алдан батшағыҙ йөрөр. Ә мин инде олоғайҙым, сәстәрем салланды. Бына, улдарым һеҙҙең менән бергә. Йәш сағымдан алып ошо көнгә тиклем һеҙҙең юлбашсығыҙ булдым.
Раббы Алла, Исраилдың Аллаһы мөбәрәк булһын! Бары тик Ул – ғәжәйеп эштәр ҡылыусы.
халыҡтың алдына сығырлыҡ, халыҡҡа үтеп инерлек, халыҡты алып сығырлыҡ һәм халыҡты әйҙәп алып барып еткерерлек булһын, Раббы йәмғиәте көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡ көтөүеләй булмаһын ине.
Тормошом оҙаҡламай ҡорбан ителер, минең был донъянан китер ваҡытым етте.
Раббы Исраилға тыныс тормош биргәнгә күп ваҡыттар үтте. Исраилды уратып алған дошмандары уны башҡаса хафаламаны. Йушағ ныҡ ҡартайҙы.
Ул исраилдарҙы – аҡһаҡалдарын, ырыу башлыҡтарын, хөкөмдарҙарын, етәкселәрҙе саҡырып алды ла уларға былай тине: – Минең йәшем етте, инде ҡартайҙым.
Беләм, тиҙҙән, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих миңә әйткәнсә, был донъянан китергә тура килер.
Ғәли бик ҡартайғайны инде. Ул улдарының бөтә исраилдарға нимәләр ҡылғаны, Осрашыу сатырына ингән ерҙә хеҙмәт иткән ҡатындар менән йоҡлап йөрөгәне хаҡында ишетә ине.
Шулай булғас, ни өсөн торлағыма килтерергә бойорған ҡорбан һәм саҙаҡаларҙы һанға һуҡмайһығыҙ? Ни өсөн һин, улдарыңды Минән өҫтөн ҡуйып, халҡым Исраил килтергән бөтә ҡорбандарҙың иң яҡшы өлөшөн ашап һимереп ятаһың?»
Раббы унда килеп торҙо ла баяғы кеүек: – Шемуил! Шемуил! – тип өндәште. Шемуил: – Әйт, ҡолоң тыңлай! – тип яуап ҡайтарҙы.
Улдарының Алланы хурлағанын белә тороп уларҙы тыймағаны өсөн нәҫел-ырыуын мәңгелек язаға тарттырасағым хаҡында Ғәлигә белдергәйнем инде.
Әммә Ғәли уны: – Шемуил улым! – тип саҡырып алды. – Мин бындамын! – тине Шемуил.
Үҙе ҡартайғас, Шемуил Исраилға хаким итеп улдарын ҡуйҙы.
Ул саҡта беҙ башҡа халыҡтар кеүек булырбыҙ. Батшабыҙ беҙгә хакимлыҡ итер, юл башлап йөрөр, һуғыштарыбыҙҙа баш булыр.
Әммә Шемуилдың улдары уның юлынан китмәне. Улар үҙ файҙаларын ғына ҡайғыртты, ришүәт алып, ялған хөкөм сығарҙы.
Уға: – Һин инде олоғайҙың, – тинеләр. – Ә улдарың һинең юлыңдан йөрөмәй. Шуға күрә беҙҙең өҫтән башҡа халыҡтарҙа булған кеүек батша ҡуй, беҙгә ул идара итһен.