17 Әле бойҙай урағы ваҡыты түгелме? Күк күкрәтһен, ямғыр яуҙырһын, тип Раббыға ялбарасаҡмын. Үҙегеҙгә батша һорауығыҙҙың Раббы күҙендә ниндәй ҙур золом икәнен аңларһығыҙ һәм күрерһегеҙ.
Иртәгәһенә Муса халыҡҡа: – Һеҙ ҡот осҡос гонаһ ҡылдығыҙ. Ләкин хәҙер мин Раббы хозурына күтәреләм, бәлки, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡауын үтенә алырмын, – тине.
Йәй уртаһындағы ҡар, ураҡ өҫтөндәге ямғыр һымаҡ, шөһрәт тә ахмаҡҡа килешле түгел.
Раббы миңә былай тине: – Муса менән Шемуил ҡаршыма баҫып ялбарһа ла, был халыҡҡа күңелем йомшармаҫ ине. Ҡыу уларҙы күҙ алдымдан, китһендәр!
Раббы әмөриҙәрҙе исраилдар ҡулына тапшырған көндө Йушағ Раббыға ялбарып, бөтә Исраил халҡының күҙ алдында: – Ҡояш, Ғивғон өҫтөндә туҡтап ҡал, Ай, Айялон үҙәне өҫтөнән ҡуҙғалма, – тине.
Шулай итеп, бына үҙегеҙ һайлаған, үҙегеҙ теләгән батша! Бына, Раббы һеҙҙең өҫтән батша ҡуйҙы.
Бөтәһе лә Шемуилға: – Беҙ ҡолдарыңды һәләк итмәһен өсөн Аллаң Раббыға доға ҡыл, – тинеләр. – Сөнки булған гонаһтарыбыҙ өҫтөнә үҙебеҙгә батша һорап, тағы бер золом ҡылдыҡ.
Раббы ҡаршы торғандарҙы тар-мар итер, Уларға күк дөһөрләтеп ябырылыр. Раббы ерҙең һәр тарафын хөкөм ҡылыр, Үҙ батшаһына ҡеүәт бирер, Мәсихенә бөйөк көс күндерер».
Шунан Шемуил: – Бөтә Исраил халҡын Миспала йыйығыҙ. Мин һеҙҙең хаҡта Раббыға доға ҡылырмын, – тине.
Уларҙың: «Беҙгә батша ҡуй, беҙгә ул идара итһен», – тиеүҙәре Шемуилға оҡшаманы. Ул Раббыға доға ҡылды.
Раббы Шемуилға: – Халыҡтың һиңә нимә тип әйткәнен тыңла. Улар һинән баш тартмай, ә үҙҙәренең батшаһы булараҡ Минән баш тарта, – тине. –