16 Ә хәҙер баҫығыҙ ҙа Раббы һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа ҡыласаҡ ошо оло мөғжизәне күрегеҙ.
Әммә Муса халыҡҡа: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Тик кенә тороғоҙ, бөгөн Раббының һеҙҙе нисек ҡотҡарғанын күрерһегеҙ. Әле күргән мысырҙарҙы башҡаса мәңге күрмәҫһегеҙ!
Исраилдар Раббының ҡөҙрәте менән мысырҙарҙың ни хәлгә төшөүен күрҙе, шуға күрә Исраил халҡын Раббынан ҡурҡыу тойғоһо биләп алды. Улар Раббыға ла, Уның ҡоло Мусаға ла тамам инанды.
Хәҙер иһә хозурыма баҫығыҙ. Раббының һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға ҡылған барлыҡ яҡшылыҡтарын бәйән итеп, мин һеҙгә Раббы алдында хөкөм ҡылам.
– Туҡтап тор, – тине Шемуил Шаулға. – Үткән төндә Раббының миңә нимәләр әйткәнен һөйләйем һиңә. – Һөйлә, – тине Шаул.