12 Әммә Ғаммон батшаһы Нахаштың һеҙгә ҡаршы сыҡҡанын күргәс, миңә: «Юҡ, беҙҙең өҫтән батша хакимлыҡ итһен», – тинегеҙ, ә бит һеҙҙең батшағыҙ Раббы Үҙе!
Килешеүемде һинең һәм нәҫелең менән быуындан-быуынға мәңгелеккә нығытырмын. Мин һинең һәм нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын.
Сөнки Раббы – Хөкөмдарыбыҙ; Ҡанундарыбыҙҙы биреүсе – Раббы, Батшабыҙ – Раббы, беҙҙе Ул ҡотҡарасаҡ!
Шулай уҡ Моавта, Ғаммонда, Эдомда һәм башҡа илдәрҙә булған йәһүҙиҙәр Бабил батшаһы халыҡтың бер өлөшөн илдә ҡалдырғаны һәм Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһты уларға идарасы итеп ҡуйғаны тураһында ишетте.
Ҡайҙа һинең батшаң? Ҡалаларыңда, әйҙә, һине ҡотҡарһын. „Миңә батша менән башлыҡтар бир“, – Тип таптырған хакимдарың ҡайҙа?
Бәлә-ҡаза күренмәй Яҡуп нәҫелендә, Исраилда бәхетһеҙлек тойолмай. Раббылары Алла – улар менән, Уны үҙҙәренең батшаһы итеп сәләмләйҙәр.
Гидғон уларға: – Мин һеҙгә хакимлыҡ итмәйем, минең улым да хакимлыҡ итмәйәсәк: һеҙгә Раббы хакимлыҡ итер, – тине.
Ә һеҙ хәҙер килеп атайымдың нәҫеленә ҡаршы сыҡтығыҙ, бер таш өҫтөндә уның етмеш улын үлтерҙегеҙ һәм туғанығыҙ булған өсөн уның ҡол ҡатынының улы Авимәләхте Шәхәм кешеләренә батша итеп ҡуйҙығыҙ.
Әммә һеҙ бөгөн, үҙегеҙҙе бөтә бәлә-ҡазаларҙан, ҡайғыларҙан ҡурсалаған Аллағыҙҙы инҡар итеп, Уға: «Беҙҙең өҫтән батша ҡуй», – тинегеҙ. Инде хәҙер Раббы ҡаршыһына ырыу-ырыу, нәҫел-нәҫел булып баҫығыҙ.
Әммә Шемуилдың улдары уның юлынан китмәне. Улар үҙ файҙаларын ғына ҡайғыртты, ришүәт алып, ялған хөкөм сығарҙы.