9 Явеш илселәренә: – Ғилғәд Явешы халҡына, иртәгә көн ҡыҙыуына тиклем ҡотҡарыласаҡһығыҙ, тип әйтегеҙ, – тинеләр. Илселәр ҡайтып был хәбәрҙе еткергәс, Явеш халҡы шатланып китте.
Дауыт, Ғилғәд Явешы ҡалаһы халҡына илселәр ебәреп, шуны әйтергә ҡушты: – Хакимығыҙ Шаулға тоғролоҡ күрһәтеп уны ерләгәнегеҙ өсөн Раббы алдында фатихалы һеҙ.
ҡаланың ғәйрәтле ирҙәре аяҡҡа баҫа һәм Шаул менән уның улдарының кәүҙәләрен Явешҡа алып ҡайта. Шунан уларҙың һөйәктәрен Явештағы имән ағасы аҫтына ерләйҙәр һәм ете көн ураҙа тоталар.
Шунан улар бер-береһенән: – Исраил ырыуҙарынан Раббы алдына Миспаға килмәй ҡалғандар бармы? – тип һораша башланылар. Шунда Ғилғәд Явешында йәшәүселәрҙән һис кем тупламға йыйынға килмәгәне мәғлүм булды,
Ғаммондарға: – Иртәгә һеҙгә баш һалабыҙ. Беҙҙең менән ни теләһәгеҙ, шуны эшләрһегеҙ, – тинеләр.
Шаул уларҙы Бәзәҡтә тупланы. Исраил халҡы өс йөҙ мең, Йәһүҙә кешеләре утыҙ мең ине.
Ғилғәд Явешы халҡы пелештиҙәрҙең Шаул менән ни ҡылғанын ишеткәс,