2 Әммә ғаммон Нахаш уларға: – Тик бер генә шарт менән килешеү төҙөйөм, – тип яуапланы. – Һәр берегеҙҙең уң күҙен соҡоп алам да, бөтә Исраилды мәсхәрәгә ҡалдырам.
– Беҙ улай итә алмайбыҙ, – тине улар. – Һеңлебеҙҙе сөннәтһеҙ кешегә биреү беҙҙең өсөн хурлыҡ.
Хизкияһты тыңламағыҙ, сөнки Ашшур батшаһы былай ти: «Минең менән татыулашығыҙ, минең яҡҡа сығығыҙ – һәр берегеҙ үҙенең йөҙөм тәлгәшенән, үҙенең инжир ағасынан ашар, үҙенең ҡоҙоғонан һыу эсер.
Тир ҡыҙы бүләктәр менән килер, Байҙар илтифатыңды ҡаҙанырға ынтылыр.
– Мин – атаңдың Аллаһы, Ибраһимдың Аллаһы, Исхаҡтың Аллаһы һәм Яҡуптың Аллаһымын, – тине. Муса, Аллаға ҡарарға ҡурҡып, битен ҡапланы.
Игелекле әҙәм хатта малын да ҡайғырта, яман әҙәм иһә мәрхәмәт белмәҫ.
Шунан Сидкияһтың күҙен һуҡырайтты һәм Бабилға алып китер өсөн баҡыр бығау кейҙерҙе.
Һин беҙҙе һөт һәм бал ағып ятҡан ергә килтерҙеңме, беҙгә баҫыуҙар һәм йөҙөм баҡсалары бирҙеңме? Кешеләрҙе һуҡыр тип уйлайһыңмы әллә? Бармайбыҙ һинең яныңа!
Пелештиҙәр, уны тотоп алып, ике күҙен дә соҡоп сығарҙылар. Газаға алып килеп, ике баҡыр сылбыр менән бығауланылар. Ул зинданда тирмән ташы әйләндерҙе.
Ғаммондарға: – Иртәгә һеҙгә баш һалабыҙ. Беҙҙең менән ни теләһәгеҙ, шуны эшләрһегеҙ, – тинеләр.
Әммә Ғаммон батшаһы Нахаштың һеҙгә ҡаршы сыҡҡанын күргәс, миңә: «Юҡ, беҙҙең өҫтән батша хакимлыҡ итһен», – тинегеҙ, ә бит һеҙҙең батшағыҙ Раббы Үҙе!
Дауыт эргәһендәге кешеләрҙән: – Был пелештиҙе үлтереп Исраилды хурлыҡтан ҡотҡарған кешегә нимә буласаҡ? – тип һораны. – Тере Алланың ғәскәрен мәсхәрәләргә, был сөннәтһеҙ пелешти шул тиклем кем һуң?