15 Бөтә халыҡ Гилгалға китте һәм унда Раббы хозурында Шаулды батша итеп ҡуйҙы. Раббыға татыулыҡ ҡорбандары салдылар. Шаул бөтә Исраил халҡы менән бергә рәхәтләнеп күңел асты.
Батша, ҡайтыр юлға сығып, Иордан йылғаһына килеп етте. Батшаны ҡаршыларға, уны Иордан йылғаһы аша сығарырға тип, йәһүҙиҙәрҙең барыһы ла Гилгалға килде.
Унан Муса Исраил халҡы араһынан йәш егеттәрҙе ҡорбанлыҡ малы алып килергә ебәрҙе. Улар Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим иттеләр һәм татыулыҡ ҡорбаны булараҡ үгеҙҙәр салдылар.
һеҙ хәҙер, тәкәбберләнеп, маһаяһығыҙ. Һәр шундай маһайыу – яманлыҡ ул.
Шемуил халыҡты Раббы хозурына Миспаға саҡырҙы.
– Раббының кемде һайлағанын күрҙегеҙме? – тине Шемуил бар халыҡҡа. – Бөтә халыҡ араһында уға тиңе юҡ. Шул саҡ һәммә халыҡ: – Йәшәһен батша! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Минән алда Гилгалға төш. Тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары салыр өсөн мин дә унда барырмын. Килгәнемде ете көн көт, яныңа барғандан һуң, һиңә нимә эшләргә кәрәклеген әйтермен.
Шемуил бөтә Исраилға былай тине: – Бына мин, һеҙ миңә нимә тип әйтәһегеҙ, шуларҙың барыһын да тыңланым: өҫтөгөҙҙән батша ҡуйҙым.
Әле бойҙай урағы ваҡыты түгелме? Күк күкрәтһен, ямғыр яуҙырһын, тип Раббыға ялбарасаҡмын. Үҙегеҙгә батша һорауығыҙҙың Раббы күҙендә ниндәй ҙур золом икәнен аңларһығыҙ һәм күрерһегеҙ.
Халыҡ барыбер Шемуилдың әйткәндәрен тыңларға теләмәне. – Юҡ, беҙҙең өҫтән батша булһын, – тинеләр. –