9 Шаул Шемуил эргәһенән китергә тип боролғайны, Алла уның йөрәген үҙгәртте һәм шул көндө бөтә илаһи билдәләр бойомға ашты.
Һеҙгә яңы йөрәк бирермен, булмышығыҙға яңы рух иңдерермен. Тәнегеҙҙән таш йөрәкте сығарып, һеҙгә тере йөрәк бирермен.
Шәкерттәр ҡалаға китте һәм, бөтәһен дә Ғайса әйткәнсә табып, байрам ашы әҙерләне.
Раббы фәрештәһе ҡулындағы таяҡ осо менән иткә һәм сөсө икмәккә ҡағылғайны, таштан ут сыҡты. Ут ит менән сөсө икмәкте яндырҙы. Шунан Раббы фәрештәһе күҙҙән юғалды.
Унда нимә һөйләшкәндәрен ишетерһең, шул саҡта рухың нығыр, һәм һин тупламға һөжүм итерһең. Гидғон хеҙмәтсеһе Пура менән тупламдағы ҡораллы һаҡсылар эргәһенә төштө.
Шемуил, зәйтүн майы һалынған мөгөҙөн алып, уны ағалары алдында мәсехләне. Ошо көндән башлап Дауытты Раббы рухы солғап алды. Ә Шемуил Рамаға ҡайтып китте.
Мин иһә Үҙемә теләгемә һәм маҡсатыма ярашлы эш итәсәк тоғро ҡаһин ҡуйырмын. Уның нәҫелен нығытырмын. Ул ғүмере буйы Минең мәсихем янында хеҙмәт итер.