6 Шунда һине Раббы рухы солғап алыр, һин дә улар менән бергә пәйғәмбәрлек итерһең һәм бөтөнләй башҡа кешегә әйләнерһең.
Мин төшөрмөн, шунда һинең менән һөйләшермен, һиңә иңдерелгән Рухтың бер өлөшөн алып, шул ирҙәргә һалырмын. Халыҡ килтергән хәсрәтте һинең менән улар уртаҡлашыр, инде уны яңғыҙыңа күтәрергә тура килмәҫ.
Раббы, болот эсендә килеп, Муса менән һөйләште, ундағы Рухтан бер өлөштө алып, етмеш аҡһаҡалға өләште. Рухтан илһамланып, улар пәйғәмбәрлек итә башланы, ләкин аҙаҡ туҡтаны.
Ирҙәрҙән икәү тупламда ҡалғайны – береһенең исеме Әлдад, икенсеһенеке Медад ине. Аҡһаҡалдар исемлегенә индерелгән булһалар ҙа, Изге сатыр янына сыҡмағайнылар, әммә уларға ла Рух иңде. Улар тупламда пәйғәмбәрлек итте.
– Һин мине шулай яҡлашмаҡсы булаһыңмы әллә? – тип һораны унан Муса. – Раббының бөтә халҡы пәйғәмбәр булһын да Раббы уларға Үҙенең Рухын иңдерһен ине лә бит!
Ҡиәмәт көнөндә Миңә күптәр: «Хакимым! Раббым! Беҙ Һинең исемеңдән пәйғәмбәрлек итмәнекме ни? Һинең исемеңде әйтеп ендәрҙе ҡыуып сығарманыҡмы ни? Һинең исемең менән ҡөҙрәтле күп эштәр ҡылманыҡмы ни?» – тип әйтерҙәр.
Шимшонды Раббы рухы солғап алды, һәм ул, ҡулында бер нәмәһе булмаһа ла, арыҫланды кәзә бәрәсендәй ботарлап ташланы. Был хаҡта атаһы менән әсәһенә һөйләп торманы.
Лехигә яҡынлашҡас, пелештиҙәр уны һөрән һалып ҡаршыланы. Шул саҡ Шимшонды Раббы рухы солғап алды, һәм уның ҡулындағы бауҙар, янып бөткән етен шикелле, һыпырылып төштө.
Ғоҫниилға Раббы рухы иңде һәм ул Исраилдың хакимы булды. Ғоҫниил яуға сыҡты. Раббы Арам батшаһы Кушан-Ришғаҫаимды уның ҡулына тапшырҙы һәм Ғоҫниил уны еңде.
Гивғаға килеп еткәндәрендә, уларҙы бер төркөм пәйғәмбәрҙәр ҡаршыланы. Шаулды Алла рухы солғап алды һәм ул башҡалар менән бергә пәйғәмбәрлек итә башланы.
Шаул Шемуил эргәһенән китергә тип боролғайны, Алла уның йөрәген үҙгәртте һәм шул көндө бөтә илаһи билдәләр бойомға ашты.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Шаулды Алла рухы солғап алды һәм унда көслө нәфрәт уты ҡабынды.
Шемуил, зәйтүн майы һалынған мөгөҙөн алып, уны ағалары алдында мәсехләне. Ошо көндән башлап Дауытты Раббы рухы солғап алды. Ә Шемуил Рамаға ҡайтып китте.
Батша үҙенең хеҙмәтселәрен Дауытты тоторға ебәрҙе. Ҡараһалар, Шемуил етәкселегендә бер төркөм пәйғәмбәрҙәрҙең пәйғәмбәрлек иткәнен күрҙеләр. Шул саҡ Раббы рухы Шаулдың кешеләренә иңде, улар ҙа пәйғәмбәрлек итә башланы.