4 Улар, һине сәләмләп, ике икмәк бирер. Һин уларҙы алырһың.
Тегеләр, йәш леви ҡаһины торған, йәғни Михаяһ йортона боролоп инеп, уға сәләм бирҙеләр.
Унан юлыңды дауам итеп, Таворҙағы имән ағасына барып етерһең. Унда һиңә береһе өс кәзә бәрәсе, икенсеһе өс икмәк, ә өсөнсөһө бер турһыҡ шарап алып Алла хозурына, Бейт-Илгә сығып барған өс кеше осрар.
Шунан һуң пелештиҙәрҙең һаҡсы ғәскәре торған Алла Гивғаһына килеп етерһең. Ҡалаға ингәс, лира, дөңгөр, һыбыҙғы, арфа тауыштары аҫтында табыныу ҡалҡыулығынан пәйғәмбәрлек итеп төшөп килгән бер төркөм пәйғәмбәрҙәрҙе осратырһың.
Ишай ишәккә икмәк, бер турһыҡ шарап һәм кәзә бәрәсе артмаҡлатып, улы Дауытты Шаулға оҙатты.