Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 10:27 - Изге Яҙма

27 Ләкин ҡайһы бер алама кешеләр: – Шул беҙҙе ҡотҡара алыр тиһеңме? – тип Шаулды һанға һуҡманы һәм уға бүләктәр килтермәне. Әммә Шаул быны ишетмәмешкә һалышты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 10:27
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунда осраҡлы рәүештә бер йүнһеҙ әҙәм – Бинйәмин ырыуынан Бихри улы Шевағ килеп эләккән була. Шул кеше, борғо ҡысҡыртып, халыҡты йыйҙы ла: – Дауытта беҙҙең өсөн өлөш юҡ, Ишай улында биләмә юҡ беҙгә. Эй исраилдар, һәр кем үҙ өйөнә ҡайтһын әйҙә, – тип ҡысҡырҙы.


Ул шулай уҡ Моав халҡын да тар-мар итте. Уларҙы ергә ятҡырып, бау менән үлсәне – өстән ике өлөшөн үлтерҙе, өсөнсө өлөшөн тере ҡалдырҙы. Шулай итеп, моавтар Дауытҡа буйһондо һәм уға яһаҡ түләй башланы.


Уларҙың һәр ҡайһыһы бүләк итеп көмөш һәм алтын һауыттар, кейем-һалым, ҡорал һәм хуш еҫле майҙар, аттар һәм ҡасырҙар килтерер булды, йылдың-йылына шулай дауам итте.


Евфрат йылғаһынан пелешти ерҙәренә һәм Мысыр сиктәренә тиклем йәйрәп ятҡан бөтә батшалыҡтар Сөләймәндең ҡул аҫтында булды. Улар барыһы ла Сөләймәнгә ғүмере буйы хеҙмәт итте һәм яһаҡ түләне.


Тир батшаһы Хирам ғүмере буйы Дауыт батша менән дуҫ йәшәне. Сөләймәндең атаһы урынына батша итеп мәсехләнеүен ишетеү менән, илселәр ебәрҙе.


Уның тирәһенә буш боғаҙҙар, нәфселе бәндәләр тупланды һәм Сөләймән улы Рехавғамды еңде. Рехавғам, йәш һәм йомшаҡ ихтыярлы булғанлыҡтан, уларға ҡаршы тора алманы.


Раббы уның батшалығын нығыта. Бөтә йәһүҙиҙәр Йеһошафатҡа бүләктәр килтерә һәм ул бик бай һәм данлыҡлы була.


Ишет доғамды, йә Раббы, Ялбарыуыма ҡолаҡ һал, Күҙ йәштәремә битараф ҡалма! Сөнки хозурыңда бер килмешәк, Үткенсемен ата-бабаларым һымаҡ.


Шуға күрә халҡым уларға эйәрә, Һөйләгәндәрен һыу һымаҡ йота.


Хеҙмәтсеңдең һине яманлағанын ишетмәйем тиһәң, кешеләр һөйләгән бөтә һүҙгә ҡолаҡ һалып барма.


Бер кем дә өндәшмәне, өнһөҙ ҡалды, сөнки Хизкияһ: «Яуап ҡайтармағыҙ!» – тип бойорғайны.


Өйгә ингәс, улар Баланы һәм Уның әсәһе Мәрйәмде күрҙе. Балаға сәждә ҡылып, Уға хөрмәт күрһәттеләр. Шунан, хазина ҡумталарын асып, Уға алтын, шулай уҡ ладан һәм мирра тигән хуш еҫле ыҫмалалар бүләк иттеләр.


«Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем ҡуйҙы?» – тип исраилдар кире ҡаҡҡан ана шул Мусаны Алла күгән ҡыуағында күренгән фәрештә арҡылы башлыҡ һәм ҡотҡарыусы итеп ебәргән дә инде.


үҙ даирәңдә йүнһеҙ кешеләр барлыҡҡа килгәнен һәм ҡала халҡын һеҙ белмәгән илаһтар артынан эйәрергә һәм уларға табынырға саҡырғандарын ишетһәң,


Бынан һуң халыҡ Шемуилға: – «Шаулғамы һуң беҙгә батшалыҡ итергә?» – тип кемдәр әйтте? Килтерегеҙ уларҙы, үлтерәбеҙ, – тине.


Ләкин Шаул: – Бөгөн берәүҙең дә йәне ҡыйылырға тейеш түгел, – тип яуапланы. – Сөнки Раббы бөгөн Исраилға ҡотолоу бирҙе.


Ишай ишәккә икмәк, бер турһыҡ шарап һәм кәзә бәрәсе артмаҡлатып, улы Дауытты Шаулға оҙатты.


Ғәлиҙең улдары йүнһеҙ кешеләр ине. Улар Раббыны таныманы,


Шулай булғас, үҙең уйлап ҡара ла берәй ҡарарға кил, сөнки әфәндебеҙгә һәм уның йортона ҡотолғоһоҙ хәүеф янай. Ә ул тупһыҙ кеше, уның менән һөйләшеүҙән файҙа юҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ