18 Шунан Исраил халҡына әйтте: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Исраилдарҙы Мысырҙан Мин алып сыҡтым. Һеҙҙе мысырҙарҙың һәм һеҙгә золом ҡылған бөтә батшалыҡтарҙың ҡулынан Мин азат иттем».
Һәм улар, араларында төйәкләнер өсөн уларҙы Мысырҙан алып сыҡҡан Аллалары Раббы икәнемде белер. Мин – уларҙың Аллаһы Раббымын!
Дошман, ерегеҙгә килеп, һеҙгә һөжүм итһә, борғоларығыҙҙы хәүеф барлығын белгертеп ҡысҡыртығыҙ. Аллағыҙ Раббы һеҙҙе иҫенә төшөрөр, дошмандарығыҙҙан ҡотҡарыр.
Раббы фәрештәһе Гилгалдан Бохимға килде лә уларға Раббы һүҙен еткерҙе: – Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡтым, ата-бабаларығыҙға ант итеп вәғәҙә биргән ергә килтерҙем. Уларға: «Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеүемде мәңге боҙмам,
Яҡуп Мысырға килгәндән һуң ата-бабаларығыҙ Раббыға ярҙам һорап ялбарҙы. Раббы Муса менән Һарунды ебәрҙе һәм улар ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан алып сығып, ошо ерҙә төйәкләндерҙе.