17 Шемуил халыҡты Раббы хозурына Миспаға саҡырҙы.
Асыулы сағымда Мин һиңә батша бирҙем, Ярһығанда уны тартып алдым.
Ифтах Ғилғәд аҡһаҡалдары менән бергә китте. Халыҡ уны үҙ өҫтөнән етәксе һәм ғәскәр башлығы итеп ҡуйҙы. Ифтах Миспала, Раббы алдында, үҙенең бөтә шарттарын ҡабатланы.
Бөтә Исраил халҡы, Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған ерҙәрҙә, Ғилғәд төбәгендә йәшәгән Исраил халҡы, бөтә йәмғиәт – барыһы бер булып Миспаға Раббы хозурына йыйылды.
Бөтә халыҡ Гилгалға китте һәм унда Раббы хозурында Шаулды батша итеп ҡуйҙы. Раббыға татыулыҡ ҡорбандары салдылар. Шаул бөтә Исраил халҡы менән бергә рәхәтләнеп күңел асты.
Һәр йыл һайын Бейт-Илде, Гилгалды, Миспаны йөрөп сығыр, бөтә был урындарҙа Исраилға хөкөм ҡылыр ине.