16 – Ишәктәрҙең табылғанын әйтте, – тип яуапланы Шаул, ләкин Шемуилдың батшалыҡ тураһында һөйләгәндәрен өндәшмәне.
Муса ҡайныһы Итро янына ҡайтып: – Рөхсәт ит, мин Мысырға ҡәрҙәштәрем янына ҡайтып киләйем, иҫән-һауҙармы икән, күрәйем, – тине. – Бар, иҫән-аман йөрө, – тине Итро.
Зирәк кеше белемен йәшереп һаҡлар, ахмаҡ әҙәмдең тилелеге алға сығыр.
Ахмаҡ әҙәм асыуына ирек бирер, аҡыллы әҙәм уны тыйып торор.
Йыртыр ваҡыт һәм тегер ваҡыт, Өндәшмәү ваҡыты һәм һөйләшеү ваҡыты бар;
Шимшонды Раббы рухы солғап алды, һәм ул, ҡулында бер нәмәһе булмаһа ла, арыҫланды кәзә бәрәсендәй ботарлап ташланы. Был хаҡта атаһы менән әсәһенә һөйләп торманы.
Ул, ҡулына бал алып, юл буйы ашап барҙы. Атаһы менән әсәһе янына ҡайтҡас, уларға ла ашатты, ләкин балды арыҫлан үләкһәһе эсенән алғанын әйтмәне.
– Шемуил һеҙгә нимәләр әйтте, миңә һөйлә әле, – тине туғаны Шаулға.
Ә өс көн элек юғалған ишәктәрең өсөн борсолма, улар табылды. Исраилдың бөтөн өмөтө һиңә һәм һинең атайың ғаиләһенә йүнәлгән түгелме?
Ҡала ситенә еткәс, Шемуил Шаулға: – Хеҙмәтсеңә әйт, беҙҙән алдараҡ атлаһын, – тине. Тегеһе алға киткәс: – Ә һин туҡта, – тип өндәште. – Һиңә Алланың һүҙен еткерәм.