14 Шаулдың атаһының туғаны унан һәм хеҙмәтсеһенән: – Ҡайҙарҙа йөрөнөгөҙ? – тип һораны. – Ишәктәрҙе эҙләнек, – тине Шаул. – Тапмағас, Шемуилға барҙыҡ.
Шунан ул хакимы Ильясиғин янына китте. – Ҡайҙа барып килдең, Гехази? – тип һораны пәйғәмбәр. – Һинең ҡолоң бер ҡайҙа ла барманы, – тип яуапланы хеҙмәтсеһе.
Пәйғәмбәрлек иткәндән һуң, Шаул табыныу ҡалҡыулығына сыҡты.
– Шемуил һеҙгә нимәләр әйтте, миңә һөйлә әле, – тине туғаны Шаулға.
Шаулдың ҡатынының исеме – Ахиноғам, ул Ахимағастың ҡыҙы ине. Ғәскәр башлығы Авнер Шаулдың атаһының бер туған ҡустыһы Нерҙың улы ине.