13 Пәйғәмбәрлек иткәндән һуң, Шаул табыныу ҡалҡыулығына сыҡты.
Шунда йәшәүселәрҙең береһе: – Ә тегеләренең аталары кем һуң? – тип яуапланы. Шунан бирле: «Шаул да пәйғәмбәр булғанмы?» – тигән һүҙ әйтем булып китте.
Шаулдың атаһының туғаны унан һәм хеҙмәтсеһенән: – Ҡайҙарҙа йөрөнөгөҙ? – тип һораны. – Ишәктәрҙе эҙләнек, – тине Шаул. – Тапмағас, Шемуилға барҙыҡ.